“Майҙың икенсе яртыһынан һуған себене оса башлай. Ул ергә һәм һуғандың төбөнә йомортҡа һала. Бер нисә көндән сыҡҡан ҡарышлауыҡтар йәшелсә төбөнә инеп, уны ашай башлай. Һөҙөмтәлә һуған һулып, серей.
Быға ҡаршы нисек көрәшергә? Һуған менән кишерҙе аралаштырып ултыртыу ысулын күптәр белә. Тағы бер юл – һуғанды иртәрәк ултыртыу. Себен оса башлау менән түтәлдәргә ошондай матдә һибеп сығырға кәрәк: бер квадрат метр майҙанға 100 грамм ағас көлө, бер стакан тәмәке оно, бер бал ҡалаҡ ҡара борос. Бынан һуң дүрт-биш көн һайын ерҙе йомшартып тороу мөһим.
Ҡарышлауыҡтарҙы еңеүҙең тағы бер ысулы – тәмәке оно төнәтмәһе һибеү. Бер биҙрәлә 200 грамм тәмәке оно йә махорканы өс литр ҡайнар һыу менән бешерәләр ҙә ике-өс тәүлеккә ҡалдырып торалар. Һуңынан 10 литр һыу, бер аш ҡалағы һабын, бер балғалаҡ борос һалып бутайҙар. Был шыйыҡсаны үҫемлектәргә һәм ергә һиптереп сығырға кәрәк.
Һуған төбөнөң сереүе – бәшмәк ауырыуы. Был сир барлыҡҡа килһә, һуғанға баҫҡанда йомшаҡ ерҙәрҙе тойорға була. Һаҡлауға һалынғаны тиҙ серейәсәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәшмәк һуғанда ла, ерҙә лә икенсе йылға тиклем ҡала. Ауырыуҙан һаҡланыу өсөн һуған һәм һарымһаҡты ҡояшлы, ҡоро көндә алып, 25-26 градус йылы, еләҫ урында киптерәләр, һуңынан аҡбур менән эшкәртеп, һаҡлауға һалалар.
Переноспороз – шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Тәү сиратта һуғандың ҡыяғында аҡһыл йәшел төҫтәге таптар барлыҡҡа килә, һуңынан улар һорғолт-күкһел төҫкә әйләнә. Ҡыяҡтарҙың осо ваҡыт үтеү менән һарғайып кибәсәк. Ауырыу ямғырлы һәм һыуыҡ көндәрҙә айырыуса шаша. Был бәшмәк тә ерҙә һәйбәт ҡышлай. Шуға һалҡын миҙгелгә һуған ҡалдыҡтарын түтәлдәрҙә ҡалдырмаҫҡа, һуғанды киләһе йыл башҡа урынға ултыртырға кәңәш ителә.
Көрәш ысулы: һуғанды төньяҡтан көньяҡҡа табан ултыртырға кәрәк. Араларында сүп үләне үҫмәһен, баштары бер-береһенә яҡын булмаһын. Һуған ҡыяҡтары 10-12 сантимерға еткәс, еҙ хлорокись шыйыҡсаһы менән эшкәртергә кәрәк. Бының өсөн 10 литр һыуға бер аш ҡалағы һабын һәм еҙ хлорокисы өҫтәйбеҙ.
Түтәлдә ауырыу барлыҡҡа килеү менән һыу ҡойоуҙы, ашлама индереүҙе туҡтатып тороғоҙ. Һуған баштары ҙурайғас та йыйып алырға була. Уларҙы ҡояшта 12-14 көн һаҡларға, ҡыяҡтарын шунда уҡ яндырырға кәрәк.
Һуған һәм һарымһаҡ туты - шулай уҡ бәшмәк ауырыуы. Ул тәү сиратта ҡыяҡты зарарлай: аҡһыл-һары төҫтә ҡабарынҡы урындар барлыҡҡа килә. Бер килке ваҡыт үткәс, ҡараясаҡ. Инфекцияның һуған һәм һарымһаҡ ҡалдыҡтарында, һуғандың күп йыллыҡ төрҙәрендә һаҡланыуы ихтимал. Иҫкәртеү сараларын үрҙә әйттек.
Фузариоз күпселек осраҡта һарымһаҡта осрай. Тәүҙә үҫемлектең төбө йомшара, һуңынан ул кибә һәм ҡорой. Был ауырыу булмаһын өсөн һарымһаҡты ултыртыр алдынан еҙ купоросы менән эшкәртергә мөмкин. Уны ун литр һыуға бер аш ҡалағы өҫтәп һибеп сығырға, ауырыу үҫемлектәрҙе яндырырға кәрәк”, - тип кәңәш бирә Лилиә Айҙар ҡыҙы.