Новости
18 Май 2020, 07:49

"Настя оҙаҡламай үҙе бәйләнешкә сығыр"

Коронавирус пандемияһы башланыу менән яратҡан актрисабыҙ Анастасия Заворотнюкты дауахананан Мәскәү өлкәһендәге йортона ҡайтарғандар, тип хәбәр иткәйнек инде. Уның яҡындары һәм таныштары белдереүенсә, Настяның хәле яҡшырған, туғандары янында ул үҙен күпкә еңелерәк тоя икән.

Ошо көндәрҙә бик һәйбәт яңылыҡ билдәле булды. Ул билдәле артисҡа ғына түгел, ә уныҡы кеүек мейе яман шеше менән сирләгән күптәргә ярҙам итергә тейеш. Баҡһаң, Рәсәй Фәндәр академияһының Молекуляр биология институтында яман шештең терминаль стадияһында уның менән көрәшеү технологияһы уйлап сығарғандар. Был турала ил Президенты Владимир Путинға генетик технологияларҙы үҫтереү мәсьәләләре буйынса кәңәшмә ваҡытында институт директоры Александр Макаров һөйләгән.
Был технологияның сирҙең дүртенсе стадияһында булған кешеләргә лә ярҙам итеүе ихтимал. Ҡайһы бер пациенттарҙың хәле яҡшыра һәм улар артабан нормаль тормош менән йәшәй башлай.
Билдәле булыуынса, Настяла глиобластома. Директор Александр Макаров белдереүенсә, уның туғандары институтҡа Заворотнюктың шешенең күҙәнәктәрен тапшырған, аҙаҡ уларҙы үлтерә алған вирустар һайланған. Тик был технология әлегә Настяға ҡарата ҡулланылмаған, сөнки ғалимдар фекеренсә, актрисаның хәле уны ҡулланырлыҡ насар түгел икән.
Макаров белдереүенсә, глиобластома менән сирләгән кешеләр ярты йылдан күберәк йәшәй алмай. Ә был технология ауыр сирлеләрҙең ғүмерен өс йылдан ашыуға оҙайта.
Настяға килгәндә, уның хәле ысынлап яҡшыра башланы, ахыры. Быны уның “йондоҙло” таныштары раҫлай. Мәҫәлән, билдәле йырсы Наташа Королева менән улар дуҫтар һәм күршеләр икән. Наташа НТВ каналында барған бер тапшырыуҙа ҡатнашып, Анастасияның хәле яҡшырыуы тураһында хәбәр итте. Оҙаҡламай яратҡан актрисабыҙ үҙе лә бәйләнешкә сығыуы ихтимал тигән хәбәр ҙә бар.
Билдәле булыуынса, Настя былтыр августа сирләп китте, һәм шунан һуң уны бер кем дә күрмәне. Хатта үлгән икән тип тә һөйләп бөткәйнеләр. Шөкөр, хәҙер яңылыҡтар һәйбәт. Тиҙерәк һауыҡһын инде.
Фото: rrnews.ru
Автор: Альфия Мингалиева.
Читайте нас