Новости
18 Май 2020, 07:55

"Банк хеҙмәткәремен, һеҙгә ярҙам итергә теләйем"

Мутлашыусылар ҡармағына эләккән кешеләр тураһында күп яҙыла, иҫкәртелә, әммә алданыусылар табылып тора.

Ошо көндәрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Белорет районы буйынса бүлексәһенә бер нисә ғариза килә.
40 йәшлек ҡатынға билдәһеҙ кеше телефондан шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған һәм мутлашыусыларға эләкмәҫ өсөн, картаның номерын, өс һанлы кодын һораған. Хәйләһеҙ ҡатын барыһын да әйтеп биргән һәм 430 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан.
44 йәшлек ҡатын да мутлашыусылар тоҙағына эләгә. “Банк хеҙмәткәре” уға аҡсаһын “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә тәҡдим итә. Ҡатын смс-кодтарҙы әйтеп бирә һәм 103 мең һумын юғалта.
Мутлашыу осраҡтары буйынса тикшереү бара, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Фото: "Башинформ".
Автор: Римма Султанова.
Читайте нас