Новости
18 Май 2020, 07:53

Бал менән дәрсен - мөғжизәнең үҙе!

Бал менән дәрсен бергә ҡушылһа, файҙалы үҙенсәлектәре көсәйеп, күп сирҙәргә ҡаршы көслө сара булып тора, ти белгестәр. Әлбиттә, ҡулланыр алдынан мотлаҡ табип менән кәңәшләшергә кәрәк, сөнки кемгәлер компоненттарҙың береһенең аллергия тыуҙырыуы мөмкин.

Йөрәк ауырыуҙарынан килешә. Иртән бал менән дәрсенде бутап, икмәккә һылап ашауҙы ғәҙәт иткәндә, ҡан тамырындағы холестерин кимәле кәмей, ә был үҙ нәүбәтендә инфаркт булыу хәүефен кәметә тигән һүҙ. Уны даими ҡулланғанда тын алыш яҡшыра, йөрәктең мускулдары нығына.

Дөйөм хәлһеҙлек булғанда ла ярҙам итә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, балдағы шәкәр миҡдары организмға көс-хәл өҫтәү йәһәтенән бик тә файҙалы. Оло кешегә бал менән дәрсенде тигеҙ күләмдә бутап ашатҡанда, уларҙың иғтибары яҡшыра, хәтере нығый, етеҙерәк булып китәләр.

Артриттан ыҙаланғандарға һәр көн иртәле-кисле бер сынаяҡ йылы һыуға ике ҡалаҡ бал менән бер балғалаҡ дәрсен һалып эсеү файҙалы, ти белгестәр. Бындай алым сирҙе бөтөнләй бөтөрә лә ала икән.

Иммунитетты нығыта. Бал менән дәрсенде һыуҙа бергә бутап эсеү организмды бактерия һәм вирустарҙан һаҡлауҙа ярҙамсы була ала, уны нығыта, сөнки балда витаминдар күп, шул иҫәптән тимер бар, ә ул үҙ сиратында аҡ ҡан тапсаларының вируслы ауырыуҙарға ҡаршы көрәшеүенә ҡеүәт бирә.

Сәс ҡойолғанда нисек ҡулланырға? Йылытылған зәйтүн майы, бер ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ дәрсен ҡушылмаһын сәсте йыуырҙан алда 15 минут алда һөртөп, аҙағынан йылы һыу менән сайҡатып алғанда, һөҙөмтә оҙаҡ көттөрмәҫ.

Тире ауырыуҙарын - экзема, бәшмәк, һытҡыларҙы, бөжәктәр тешләгән урындарҙы ла ошо ике тылсымлы матдә ҡатнашмаһы ярҙамында тиҙ үк бөтөрөп була. Бындай сирҙәрҙе дауалағанда икеһен ҡушып паста яһап, сирле урынға көнөнә ике-өстө һөртөп тоторға кәрәк.

Ауыҙҙан насар еҫ сыҡҡанда бал һәм дәрсен болғанған һыу менән ауыҙ ҡыуышлығын сайҡатырға мөмкин. Шулай иткәндә, көнө буйы был проблема тураһында уйламаҫһығыҙ.

Һыуыҡ үткәндә көнөнә өс тапҡыр бер ҡалаҡ бал менән балғалаҡтың дүрттән бер өлөшө дәрсен ҡушып ҡабул иткәндә, тиҙ үк йүткереүҙән дә ҡотолорһоғоҙ, хәлегеҙ ҙә ҡырҡа яҡшырыр. Балда шулай уҡ киҙеү бактерияларын үлтерә алған элемент бар.
Ғөмүмән, даими баллы, дәрсенле сәй эскән кешенең тиреһе йомшаҡ, шыма ҡала, организмы ныҡ була, ауырыуҙарға бирешеп бармай, тимәк, ҡартлыҡ та артҡараҡ сигенә.

Фото: yandex.com
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас