Ул профессиональ фото төшөрөү менән шөғөлләнә. Ҡыҙҙың таныштары һәм яҡындары һүҙҙәренә ҡарағанда, әлеге фажиғә көнөндә Юлиә бер нисә фото эшләргә күҙаллай. Был эшен тамамлағас, яҡташыбыҙ таныштарынан үҙен дә фотоға төшөрөүҙе үтенә. Ул бейек ҡая ситенә килеп ултыра, тик үкенескә күрә, ҡапыл аҫҡа йығылып төшә.