Ҡеүәтле ҡаҙанлыҡтарҙа урынлаштырылған һынау насостары ярҙамында йылылыҡ трассаларына һыу бирелә, был баҫым ғәҙәттәгенән көслөрәк була. Ниндәйҙер урында торбалар баҫым күтәрелеүгә түҙмәһә һәм өҙөклөк килеп сыҡһа, манометрҙар быны теркәй.
Әлбиттә, бындай "йомшаҡ" участкаларҙы йәй үк асыҡларға кәрәк, сөнки һалҡын осорҙа өҙөклөк ихтималлығы арта. Ҡыш торба үткәргестәге авария циркуляция туҡталыуына һәм йылылыҡ торбаларының туңыуына килтерергә, һөҙөмтәлә өйҙә йылы һыуһыҙ ғына түгел, ә йылыһыҙ ҙа ҡалырға мөмкин. Системаны тергеҙеү, ремонтлау өсөн был осраҡта күберәк ваҡыт талап ителәсәк. Шуға ла гидравлик һынауҙар, йылылыҡ селтәрҙәрен йүнәтеү йәй үткәрелә.
Шуныһы ла мөһим: был эштәрҙе йылы һыу менән тәьмин итеүҙе туҡтатмайынса атҡарыу мөмкин түгел. Был ҡулланыусыларҙың хәүефһеҙлеге өсөн мөһим.
Ошо гидравлик һынауҙар менән бер үк ваҡытта ресурстар менән тәьмин итеүсе предприятиелар ҡаҙанлыҡ һәм йылылыҡ пункттары йыһаздарына ремонт яһауҙы дауам итә. Бының өсөн шулай уҡ һыу йылытыу ҡаҙанлыҡтарын, насостарҙы һүндереү талап ителә.
Һынау уҙғарыу регламент нигеҙендә ҡәтғи билдәләнгән ваҡытта башҡарыла. Утын һүндереүгә эләккән йорттарҙың исемлеге ресурстар менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙың ("УИС" һәм БашРТС) рәсми сайтында урынлаштырыла.
Тағы шуныһы: идарасы компаниялар үҙҙәре хеҙмәт күрһәткән йорттарҙа йәшәгәндәргә алдан хәбәр итергә тейеш. Бының өсөн иғландар таҡтаһында йылы һыуҙың ниндәй көндәрҙә булмаясағы тураһында мәғлүмәт урынлаштырыла. Ҡала хеҙмәттәре Өфө халҡынан әлеге эштәрҙе аңлап ҡабул итеүен һорай.
Фото: Ijevsk.bezformata.com