Новости
16 Май 2020, 14:15

Ҡайҙа һин, Марат?

Башҡортостандың "Лиза Алерт" ирекмәндәре йәш кешенең юғалғаны тураһында хәбәр итә һәм был мәғлүмәтте таратыуҙы үтенә. Әлеге мәлдә 23 йәшлек Марат Камаловты эҙләү иғлан ителгән.

Егет 13 майҙа өйөнән сығып киткән һәм ҡайтмаған. Уны ирекмәндәр, полиция, кеше яҙмышына битараф ҡалмаған башҡалар эҙләй, юғалыу тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә донъя күрә.
ГорОбзор.ру яңылыҡтар порталынды хәбәр ителеүенсә, егет Нефтекама ҡалаһында ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәгән. 13-ө төнгә ҡарай йөрөргә сыҡҡан еренән әйләнеп ҡайтмаған, тип белдерелә. Туғандарының һүҙҙәренән уның өйләнмәгәнлеге билдәле, шулай уҡ ниндәйҙер проблемалары барлығы күҙәтелмәгән.
Билдәләре: буйы 170 см, ҡаҡса кәүҙәле, күҙҙәре һоро, сәсе ҡара-һоро төҫтә. Ҡара-күк төҫтәге еңел куртка, ҡара трико кейгән.
Фото: vk.com
Аклима Гизатуллина
  • Читайте нас