Новости
15 Май 2020, 09:38

Юлдың оҙонлоғон нимә билдәләй?

Тормош тәжрибәһе ҙур булған, дүрт тиҫтә йылдан ашыу уҡытыусы булып эшләгән, әлеге көндә ауылыбыҙҙа имам-хатип вазифаһын башҡарған, аяттарға йөрөгән, исем ҡушыу, һуңғы юлға оҙатыу кеүек йәшәйештең көндәлек күренештәрен беҙҙән гәрсә күберәк күреп торған атайым менән бер шулай форсат сыҡҡанда донъяуи хәлдәр тураһында әңгәмәләшеп киттек тә, һүҙебеҙ шартлылыҡ төшөнсәһенә барып төртөлдө.


– Вәт заман! Учалы ҡалаһына тиклем 15 саҡрым араны машинала “һә” тигәнсә, йәғни ун минутта үтәбеҙ хәҙер. Элек ҡалаға барып әйләнәм тип автобус көтөп торған замандар ҙа булды, ул араны йәйәүләп үткеләгән саҡтар ҙа бар ине. Әммә заман еле ҡағылмаған урындар әле лә һаҡланған, – тип башланы ул һүҙен бер аҙ йыраҡтан.

Күптән түгел атайымды төпкөл­дәге Кирәбе ауылына йыназа уҡырға саҡырғандар. Дөрөҫөн әйт­кәндә, Кирәбе Учалы ҡалаһынан ни бары 35-40 километр йыраҡ­лыҡта ята, әммә ул урман төпкө­лөндә, Урал тауҙары араһында ятҡанға, унда электән урыҫтар төпләнеп, бер аҙ айырымланып йәшәгәнгә, халыҡ араһында был ауыл бер аҙ ситенерәк, хатта ысынбарлыҡтан күпкә йырағыраҡ ятҡандай тойола.

Баҡһаң, һуңғы йылдарҙа Кирә­бегә байтаҡ милләттәштәребеҙ ҙә күсенеп барған икән. Унда, әлбиттә, ялан тултырып, үҫемлекселек менән шөғөлләнеү форсаты юҡ, әммә мал аҫрап, урмансылыҡ менән көн итеүселәр етерлек. Шулай, мәрхүм булып киткән утыҙ йәштәр тирәһендәге уҙаман да шундайҙар иҫәбенән булған. Йәш ирҙең тормош юлы, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аяныслы тамамланған: типһә тимер өҙөрҙәй ир һуңғы йылдарҙа күптәрҙе ҡорбан иткән афәткә – эскелеккә бирешкән.

– Мәрхүм менән хушлашыу ваҡытын билдәләгән ваҡыттан саҡ ҡына алдараҡ барып еттем. Кирәбе юлы төпкөл, шуға ла запаста ваҡыт булһын тип, үҙемсә план­лаш­тырһам да, ундағы хәлдәр икен­серәк булып сыҡты. Баҡһаң, вафат булған ир сығышы менән тағы ла алыҫыраҡ ятҡан Ихсан ауылынан. Туғандары күптән Кирә­бегә күсеп төйәкләнһә лә, мәрхүмде яҡын­дары, туған-тыумасаһы, олатай-өләсәйҙәре ятҡан Ихсан ауылына алып ҡайтып ерләргә ниәтләнеләр. Ғөмүмән, был кешеләрҙә рух бик көслө, ныҡлы, Кирәбелә мосолман зыяраты булһа ла, тамырҙарына хыя­нат итмәйҙәр, ни тиклем ҡы­йын булмаһын, кендек ҡаны тамған ергә илтеп ерләйҙәр, – тип бәйән итте атайым.

Ошо урында белмәгәндәр өсөн аңлатып үтеү фарыз. Ихсандың карталарға төшөрөлгән рәсми исеме – Яңы Хөсәйен, әммә район халҡы уны фәҡәт Ихсан тип йөрөтә. Был – Ирәмәл төбөндә, үткеһеҙ тайга араһында ятҡан төпкөл ауыл. Унда бер ваҡытта ла электр уты, газ кеүек заман үҙенсәлектәре барып етмәгән. Үҙемә килгәндә, Ихсан ауылында ике тапҡыр булырға тура килде. Туҡһанынсы йылдар башында, уҡыусы саҡта, Ирәмәлгә походҡа барғанда ҡара урман араһындағы бәләкәй генә ауылды күреп хайран ҡалғайным. Ҡасан­дыр бында булған йорттар­ҙың нигеҙҙәре, ташландыҡ өйҙәр ара­һында ике генә ихатала тормош усағы янғаны күренеп тора. Беҙҙе, бала-сағаны, ауыл кешеләре ихлас ҡаршы алды. Бында бесәнде лә ихатанан ары китмәй генә эшләйҙәр – күпереп үҫкән үлән кәртәләп алынған. Һиллек. Тирә-яҡтан – өҫкә ауып барған ҡара урман...

Йәй ине. Төнөн асыҡ һауала трактор арбаһы өҫтөндә йоҡлағанда Ирәмәл тарафында серле йондоҙ­ҙарҙың тау өҫтөндә “уйнағанын”, урманды яҡтыртып, метеорит төшкәнен дә күрҙек. Иртән иһә беҙҙе мал тауыштары уятты: ул заманда Учалы районының колхоз-совхоз көтөүҙәрен йәйләүгә, урман­ға алып китеп көтәләр ине. Баҡһаң, улар иртән малды асыҡ урынға ҡыуып сығара икән. Тиҙҙән ауыл ултырған уйһыулыҡты төтөн еҫе, күңелле тауыштар тултырҙы. Беҙ иһә йәйәүләп Ирәмәлгә йүнәлдек....

...Рәсми сығанаҡтарҙан мәғлүм булыуынса, Ихсан ауылы Троицк өйәҙендәге ҡыуаҡан һәм ҡара-табын ауылдарының араһында иң ҙуры булған. 1795 йылда 48 йорттоң һәр береһендә бишәр кеше иҫәпләнһә, 8-се ревизия документтарында, 49 йорттоң һәр береһендә етешәр кеше йәшәй, тип яҙылған. Ун туғыҙынсы быуаттың урталарында Ихсан ауылына Яңы Хөсәйен исеме бирелгән, йәғни Ихсан ауылында йәшәүсе 53 йәшлек хорунжий Хөсәйен Айтуғанов исеме ҡушылған. Хөсәйен атлы уҙамандың 1858 йылда биш ауылдашы менән 8-се Ырымбур казак полкына яҙылып, тыуған ауылынан ситкә сығып китеүе билдәле.

...Атайым иһә һүҙен дауам итә:
– Табутты ҡәүәтле “Урал” йөк ма­шинаһына тейәнеләр, оҙатыусы­лар ҙа ҡушылды. “Һеҙҙе кабинаға ултыртабыҙ инде, хәҙрәт”, – тип мине лә саҡырҙылар. Уның баҫ­ҡысы үтә бейек – саҡ менеп ултыр­ҙым. Ҡайғы кисергәндәргә сабыр­лыҡ теләп, хәйерле юл юрап, ниһайәт, Ихсанға ҡуҙғалдыҡ. “Юл юҡ” тип әйтеү күҙ алдыбыҙҙағы күренеште бер нисек тә һүрәтләмәй кеүек: тәрән колея, соҡор-саҡырҙан торған юл ғәләмәтенән, ысынлап та, “Урал” автомобиленән башҡа үтерлек сара юҡтыр. Һелкетә. Тиҙлек түбән, әммә алға барырға кәрәк. Ҡыҫҡаһы, уҙамандың һуңғы 12 километрлыҡ юлын оҙата барып, араны ике сәғәткә яҡын ваҡытта үттек. Ауылда кеше булмағас, ҡә­бер ҡаҙып көтөп тороусы юҡ. Әлеге көндә бында ике ғаилә генә йәшәй.

Иртән үк Кирәбенән мәрхүмдең атаһы тиҫтәнән ашыу ирҙе трактор менән Ихсанға ҡәбер ҡаҙырға ебәргән булып сыҡты. Зыярат ауылдан йыраҡ булмаған урында, урман араһында. Ҡуйы ҡайынлыҡ араһындағы ер – шыр таштан, ирҙәр өлгөрмәгән. Шуға бында ла мәрхүмде һуңғы юлға оҙатыу бурысын атҡарыу өсөн байтаҡ ваҡыт көтөргә тура килде. Ошо тормош ығы-зығыһынан йыраҡ урында, тәбиғәттең кеше ҡулы теймәгән ҡосағында, бар цивилизациянан алыҫта бихисап милләттәштәребеҙ һуңғы төйәген тапҡан икән...

Ауыл кешеләре һөйләүенсә, йыш ҡы­на айыу-бүреләр “хәл белергә” килә. Әм­мә кеше төйәкләнгән урындан бер аҙ шөр­ләйҙәр, асыҡтан-асыҡ йөрөргә ҡур­ҡа­лар, үҙҙәренең булғанын һиҙҙертеп кенә китәләр, имеш. Йәй етһә, Ихсан ту­ристар һуҡмағына әүерелә: юлһыҙ ҡа­ра урман тип тормайҙар, Башҡорт­ос­тан­дың ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәк­тәренән Ирәмәлгә килгәндәр ҙә ауылға килеп сыға, сөнки легендар тауға барыу юлда­рының береһе тап ошонан үтә.

...Бына ошондай шартлы­лыҡ­тар: юлдың оҙонлоғон километрҙар түгел, ә сифаты билдәләй. Кеше лә, ниндәй генә тормош юлы кисер­мә­һен, асылына, тамырҙары төплән­гән урынға, кендек ҡаны тамған ергә мәңгелеккә әйләнеп ҡайта...
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/yuldy-o-onlo-on-nim-bild-l-y-/
Читайте нас