Новости
15 Май 2020, 09:37

Руслан - вахтасы булған...

“Лиза Алерт” ирекмәндәре 36 йәшлек Руслан Аҙнаевтың юғалыуы тураһында хәбәр итә. Мәғлүмәттәр буйынса, уның ҡайҙалығы тураһында 1 майҙан бер нимә лә билдәле түгел.

Русландың билдәләре: буйы 178 см, уртаса буй-һынлы, күҙҙәре көрән, сәсе ҡара, ҡыҫҡа.
Юғалған көндө ул ҡара күн куртка, ҡара-зәңгәр толстовка, ҡара классик ботинка кейгән булған.
Билдәле булыуынса, Руслан вахтасы. Ул Рязань ҡалаһында эшләгән. Юғалған көнөндә Өфөгә ҡайтырға сығырға тейеш булған.
– Ул вахтанан ҡайтманы. Поезға ултырғанмы, юҡмы, бригадаһынан бер кем дә белмәй. Нимә уйларға ла, нимә эшләргә лә белмәйбеҙ, – тип һөйләгән уның туған кешеһе “Горобзор” баҫмаһына.
Русландың йә Рязань ҡалаһында, йә Өфөлә булыуы ихтимал. Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, 8 800 700 54 52 телефоны буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.
Фото: Горобзор.
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Ruslan-vahtasi-bul-an-269828/
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас