Новости
15 Май 2020, 06:30

“Ковид” донорҙарына өҫтәмә аҡса түләнә

COVID-19 менән сирләп һауыҡҡан кешенең ҡан плазмаһын сирле кешегә күсереп ҡойоу яҡшы һөҙөмтә биреүе тураһында хәбәр иткәйнек. Быны ошо көндәрҙә Өфө табиптары ла дәлилләне. Плазма ҡойоу арҡаһында бер ауыр сирлене ИВЛ аппаратынан алғандар һәм уның ғүмерен ҡотҡарып ҡалғандар. Хәҙер был ғәмәлде артабан да ҡулланыу күҙаллана.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн видеокәңәшмә форматында үткән оператив штаб ултырышында ошо темаға иғтибар итте һәм уны артабан да файҙаланырға ҡушты. Ул ғына ла түгел, хәҙер ошондай плазма донорҙарына аҡса ла түләнәсәк. Был туралағы указға төбәк етәксеһе бөгөн ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, яңы коронавирус инфекцияһынан һауыҡҡан кешеләр ҡан плазмаһын донор булараҡ биргән хәлдә, уларға өҫтәмә аҡса түләнәсәк. Уның күләме түбәндәгесә: 300 миллилитр – 2500 һум, 450 миллилитр – 3750, 600 миллилитр – 5000 һум.
– Эш бында аҡсала ла түгел. Әгәр был плазма кешеләр ғүмерен ҡотҡара икән, уны тапшырыу – бик изге ғәмәл. Шул уҡ ваҡытта кешеләргә уңайһыҙлыҡ, был процедураны кисергән өсөн өҫтәмә аҡса ла артыҡ булмаясаҡ, – тине Радий Хәбиров.
Был йәһәттән республиканың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Радий Хәбировҡа беҙҙең табиптарҙың уңышлы башланғыстарын тиҙ арала күреп, уға ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте.
Оператив штаб ултырышында ҡаралған тағы бер мәсьәлә коронавирус менән эшләгән табиптарға һәм медицина хеҙмәткәрҙәренә федераль өҫтәмә аҡса түләүгә арналды. Был аҡса төбәктәргә килеп еткән. Министр хәлгә асыҡлыҡ индерҙе.
– Бөгөн сәғәт 4-кә өс учреждение персоналына түләп бөтөләсәк. Ҡалғандар 12-13 майҙа уҡ алды, – тине Максим Забелин.
Алдан хәбәр иткәнебеҙсә, инфекция менән туранан-тура эшләгән табиптар – 80 мең һум, урта медицина персоналы – 50 мең һум, кесе персонал 25 мең һум өҫтәмә аҡса аласаҡ. Беҙҙең республикала бындай түләүҙәргә 3896 кеше дәғүә итә.
Фото: spbdnevnik.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас