Был акция республиканың 23 муниципаль берәмегендә, шул иҫәптән Өфөлә лә уҙғарылды. Битлек таратыу пункттары йәмәғәт транспорты туҡталыштарында, магазиндарҙа асылды. Был эшкә 600-ҙән ашыу әүҙемсе йәлеп ителде. Улар бөгөн генә 120 меңгә яҡын битлек таратты.
Акция барышында ирекмәндәр шулай уҡ халыҡ менән профилактик әңгәмәләр үткәрә. Битлек режимын үтәү тураһындағы үтенесте граждандар аңлап ҡабул итә, шунда уҡ шәхси һаҡлыҡ сараһын кейә. Ирекмәндәр уларҙы шулай уҡ 1,5-2 метрлыҡ арауыҡты һаҡлау, йәмәғәт транспортында битлек, бирсәткә кейеү тураһында иҫкәртә.
Ҡағиҙәләрҙе боҙоу осраҡтарын хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм Йәмәғәт именлеге үҙәге хеҙмәткәрҙәре күҙәтә. Улар даими рейдтар ойоштора. Тәртип боҙғандарҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ҡарала.
Фото: Өфөнөң Ирекмәндәр штабы.