Һауыҡҡан кешеләрҙең плазмаһы коронавирус менән ауырыусыларҙы дауалау өсөн кәрәк. Республикала плазманы ҡулланыуҙың уңышлы тәжрибәһе бар. Өфөлә табиптар covid-19 диагнозы ҡуйылған пациентҡа һауыҡҡан кешенән плазма ебәреп, уның ғүмерен ҡотҡарҙы.
Коронавирус менән ауырыған һәр кем донор булырға мөмкин, ләкин бының өсөн һауыҡҡандан һуң бер ай ваҡыт үтергә тейеш.