Үлемесле авария Краснокама районында теркәлде. Республиканың дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Красный Холм – Николо-Березовка автоюлының 44-се километрында “ГАЗель” менән “ГАЗ” йөк машинаһы бәрелешә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, тәүгеһенең 24 йәшлек водителе идара итеүҙе юғалтып, йөк машинаһына барып төкөй. Бәрелеш бик көслө була. “ГАЗ” ҡаҡлығып китә һәм “Шкода Фабия”ға барып төкөй. Бөтә автомобилдәр ҙә ныҡлы зыян күрә. Йөк машинаһының 32 йәшлек водителе алған йәрәхәттәрҙән урында йән бирә. “Шкода”ның 26 йәшлек водителен дауаханаға оҙаталар.
Әле аварияның сәбәптәре асыҡлана.
Кисә юлда йәнә бер кешенең ғүмере өҙөлдө. Үлемесле авария Учалы – Ахун юлында теркәлә. 31 йәшлек ир “Лада Гранта” автомобилендә 60 йәшлек Учалы ҡалаһы кешеһен тапата. Пенсионер юл аша тәғәйенләнмәгән урындан сығып барған була. Ул алынған йәрәхәттәрҙән шунда уҡ йән бирә.
Кисә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 1800 осрағын асыҡлаған, 35 иҫерек водитель ҡулға алынған. Элек урланған бер автомобиль табылған.