Рәсәйҙә мәкерле вирусты йоҡтороусылар һаны - 242 271 , 48 меңдән ашыу кеше һауыҡҡан, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2 212 пациент вафат булған.
Коронавирусҡа ҡаршы көрәш буйынса республика штабы белдереүенсә, иртәгәнән башлап йәмәғәт транспортына битлек һәм бирсәткәһеҙ индермәйәсәктәр. Өҫтәүенә аңлатыу эше алып барыласаҡ, пассажирҙарға битлек һәм бирсәткәләр таратыласаҡ.
Хәҙерге көсөргәнешле мәлдә санитария-гигиена талаптарын үтәү, сәләмәтлегеңде ҡайғыртыу бик мөһим. Табиптар әйтеүенсә, айырыуса йәмәғәт транспортында сирҙе йоҡтороуы еңел. Бөгөн иң хәүефле урын – транспорт!