Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
13 Май 2020, 07:30
Ағиҙел яры буйында эш нисек бара?
12 майҙа республика Башлығы Радий Хәбиров онлайн тәртибендә “Йәмәғәт киңлектәре һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ сәғәте”н үткәрҙе.
Башҡортостан Башлығының йәмәғәт киңлектәрен үҫтереү буйынса кәңәшсеһе Ольга Сарапулова 2020 йылда бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса Бөтә Рәсәй конкурсының икенсе этабында ҡатнашыу өсөн муниципалитеттарҙан ғаризалар әҙерләү барышы тураһында һөйләне. Радий Хәбиров һәр ғаризаны ентекле итеп төҙөү зарурлығын билдәләне.
Әйткәндәй, былтыр конкурс лауреаттары иҫәбенә Бөрө, Бәләбәй, Ишембай, быйыл иһә Мәләүез, Яңауыл, Дүртөйлө, Ағиҙел ҡалалары һәм Краснокама районының Николо-Березовка ауылы инде.
Бөрө районы хакимиәте башлығы Антон Талалов ҡалалағы үҙәк майҙанды үҙгәртеп ҡороу проектының нисек тормошҡа ашырылыуы тураһында хәбәр итте. Радий Фәрит улы был эшкә республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякинға һәм вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа ҡушылырға ҡушты. Төҙөкләндерелгән биләмәне 1 сентябргә техник асыу планлаштырыла.
Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар шулай уҡ 2021 йылда Өфөләге парктарҙы һәм йәмәғәт киңлектәрен яңыртыу пландарын, Ағиҙел ярын төҙөкләндереү буйынса эштәр барышын тикшерҙе. Әле яр буйы тәртипкә килтерелә, сүп-сар ситкә сығарыла, бәләкәй архитектур һындар, ҡоймалар ҡуйыла, йәшелләндереү эштәре бара, яҡтыртҡыстар һәм видеокүҙәтеү системаһы монтажлана.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/A-i-el-yari-buyinda-esh-nisek-bara-265067/
Фото: glavarb.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"