Хөрмәтле Илшат Иншар улын күркәм юбилейы уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Киләсәктә лә райондың һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә оҫта етәкселек итеүегеҙҙе, дөрөҫ ҡарарҙар, яҡшы идеялар һәм уңышлы операциялар, еңел булмаған мәсьәләләргә тиҙ яуаптар, юғары профессионализм һәм, әлбиттә, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Бәхетле, тормош һөйөүсән булып ҡалығыҙ!
Теләктәрҙең теләйбеҙ иң изгеһен,
Шатлыҡтарҙың теләйбеҙ иң ҙурын.
Бәхеттәрҙең теләйбеҙ, ҡояш кеүек,
Мәңге һүнмәй торған нурлыһын!
Тормошоғоҙ һәр саҡ балҡып торһон,
Шат, яғымлы булһын күңелегеҙ!
Оҙон ғүмер, бәхет, шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерегеҙ!
Иң изге теләктәр менән Стәрлебаш үҙәк район дауаханаһының хирургия, реанимация һәм операция бүлектәре коллективтары.