Новости
12 Май 2020, 07:35

РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!

(465) Ҡайғы көтмәгәндә килеп инде. Яҡты донъябыҙҙы ҡараңғылыҡҡа күмеп, күңелдәргә тәрән, төҙәлмәҫлек яра һалып ҡәҙерле ирем, яратҡан атайыбыҙ Әбдрәхимов Иршат Сәхиулла улы арабыҙҙан мәңгелеккә китеп барҙы. Йөрәк әрней, күңел һыҙлана...

Ауыр ваҡытта беҙгә күп кеше ярҙам ҡулы һуҙҙы, ҡабыҡҡыуыштарҙың ни тиклем изге күңелле һәм ярҙамсыл булыуына инандыҡ. Ҡәҙерлебеҙ менән хушлашырға күп кеше килде. Ҡайғыбыҙға битараф булмағандары өсөн туғандарға, яҡындарға, күршеләргә, ауылдаштарға, хеҙмәттәштәргә, ауыл биләмәһе башлығы - Ринат Әхмәтовҡа, имам-хатип - Мансур Сөйәрғоловҡа, Илдар, Илгиз Һөйәрембәтовтарға, килендәребеҙ Гүзәлиә менән Динараға, Айгөл Собханғоловаға һәм башҡаларға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙең яҡты рухы, һәйбәт ғаилә башлығы, яратҡан тормош иптәше, атай, кейәү, ныҡлы терәк-таяныс, төплө белемле, көслө рухлы, сабыр йөрәкле кеше булараҡ күңелдәребеҙҙә мәңге һаҡланыр. Йәне йәннәттә, ауыр тупрағы еңел, урыны ожмахта булһын. Һағынабыҙ, юҡһынабыҙ.
Һин ҡәҙерле булдың барыбыҙға,
Юҡһынырбыҙ инде ғүмергә.
Урындарың нурлы ожмахтарҙың
Булһын ине иң-иң түрендә.
Ҡараңғы гүрҙәрең яҡты булһын,
Йомшаҡ булһын ятҡан тупрағың.
Урынҡайың булһын йәннәттә,
Үҙең һәр саҡ беҙҙең йөрәктә.
Ҡатыны, балалары, атаһы, әсәһе.
Ҡабыҡҡыуыш ауылы.
Читайте нас