Новости
12 Май 2020, 07:34

ИҪКӘ АЛАЙЫҠ!

(466) Иң ҡәҙерле һәм берҙән-бер кешеңде юғалтыу ҡайғыһын әйтеп аңлатыу мөмкин түгел...

10 майҙа яратҡан әсәйем, ҡәйнәм, өләсәйем Хәбирова Зәйтүнә Закир ҡыҙының арабыҙҙан мәңгелеккә китеүенә бер йыл булды. Уның беҙгә аҡыллы кәңәштәре, яғымлы күҙ ҡараштары, иғтибары, хәстәрлеге етешмәй. Ул тәбиғәтте, тормошто бик яратты. Беҙ һөйөклөбөҙҙө һағынабыҙ, юҡһынабыҙ. Күрмәгәнгә Хоҙай күрһәтмәһен, ә кемдәрҙең иңенә төшкән, шуларға көс һәм сабырлыҡ бирһен. Ҡәҙерлебеҙҙе белеүселәрҙең уны беҙҙең менән бергә иҫкә алыуҙарын һорайбыҙ.
Бына бөгөн йыйылабыҙ һинһеҙ,
Бер йылыңды иҫкә алырға.
Һәр береһе тырыша һинең өсөн
Хәйер биреп һауап алырға.
Өй эсе тулы халыҡ, күрәһеңме?
Күпме кеше һине яратҡан.
Бер йыл буйы һине юғалтыуҙан
Күҙ йәштәре менән таң атҡан.
Моңһоуланып ҡарайбыҙ яҙғы сәскәләргә,
Улар ҙа бит ҡыҫҡа ғүмерле.
Һинең дә бит ғүмерең шулай ҡыҫҡа булды,
Яҙғы умырзая шикелле.
Ҡыҙы Римма, кейәүе Радик, ейәнсәре Карина.
Нижневартовск ҡалаһы.
Читайте нас