Новости
12 Май 2020, 06:55

Бәләбәйҙәге шәфҡәт туташы нилектән вафат булған?

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Бәләбәй дауаханаһында вафат булған шәфҡәт туташының үлем осрағы буйынса тикшереү башланы. Медицина хеҙмәткәре ковид-госпиталдә эшләгән. Сираттағы брифингтарҙың береһендә һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова үлемдең коронавирус менән бәйле түгеллеген белдергәйне.

Апрель аҙағында коронавирус раҫланған сирлеләр дауаланған Бәләбәй үҙәк дауаханаһында шәфҡәт туташы вафат булғас, министрлыҡ уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты, тик үлемдең сәбәбен мәкерле вирус менән бәйләмәҫкә булды. Әммә аҙаҡ социаль селтәрҙә ҡатындың диагнозы үҙгәртелгән тигән мәғлүмәт күренде. Тәүҙә үлем сәбәбе пневмония тип билдәләнһә, аҙаҡ ул бронхитҡа әүерелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы был осраҡ буйынса тикшереү башлаған. Шулай уҡ ҡатындың улы үлем сәбәбе коронавирус тип күрһәтелгән документты йәмәғәтселек иғтибарына сығарған.
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, был медицина һығымтаһы – тәүгеһе, ул мәйетте ярғанда күҙәтелгән билдәләргә нигеҙләнә. Һәм был документ яҡындарына ерләү өсөн бирелә. Биоматериалдарҙы тикшереү һөҙөмтәһендә генә һуңғы диагноз ҡуйылған үлем тураһында һығымта тапшырыла. Был фажиғәгә бәйле бөтә нескәлектәрҙе һөйләүҙән файҙа юҡ, ахыр сиктә тикшереүҙең ғәҙел булыуын һәм буталсыҡ хәлгә тиҙерәк нөктә ҡуйылыуын теләге килә.
Әлеге ваҡытта алынған биологик материалды тикшереү дауам итә, тип белдерҙеләр министрлыҡтың матбуғат хеҙмәтендә.
Фото: pikabu.ru
Автор: Дина Арсланова
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/B-l-b-y-ge-sh-f-t-tutashi-nilekt-n-vafat-bul-an-263016/
Читайте нас