Йыш ҡына кеше сысҡан биҙгәге вирусы менән зарарланған туҙанды һулағанда сирҙе йоҡтора, шулай уҡ кимереүселәрҙең бүлендектәре тейгән һыу, аҙыҡ-түлек продукттары, йәшелсә һәм еләк-емеш ҡулланған ваҡытта зарарлана. Ауырыу күпселек осраҡта ауыл хужалығы эштәре, урман эшкәртеү, баҡсала эш иткәндә, еләк-емеш һәм бәшмәк йыйыу өсөн урманға барғанда, тәбиғәттә ял иткәндә эләгә. Зарарланыуҙан алып ауырыу башланғанға тиклем ваҡыт 7 көндән 25 көнгә ҡәҙәр тәшкил итә, уртаса алғанда 17 көн уҙа, һирәк осраҡтарҙа – 40 көн.
Зарарланыуҙан ҡотолоу өсөн профилактика сараларын үтергә кәрәк. Урманға барғанда шәхси гигиена сараларын теүәл үтергә, һауыт-һаба һәм ризыҡты үлән өҫтөнә, ағас төптәренә ҡуймаҫҡа, бының өсөн махсус клеенка ҡулланырға кәрәк.
Кимереүселәр зыян һалған йәки бысранған продукттарҙы ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Эсә торған һыу ҡайнатылған булырға тейеш. Аҙыҡ-түлекте кимереүселәр инә алмаҫлыҡ урындарҙа һаҡларға кәрәк.
Сысҡан биҙгәге менән зарарланыуҙы ышаныслы киҫәтеү өсөн дачалар, баҡсалар, шәхси ҡоролмалар һәм башҡа территорияларҙа кимереүселәрҙе юҡ итергә кәрәк, тип билдәләп үтелә Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәте идараһы сайтында.