Новости
11 Май 2020, 06:30

Киске табынға - "Яҙғы йәйғор"

Киске табынға "Яҙғы йәйғор" тип аталған үҙенсәлекле ризыҡ тәҡдим итәбеҙ. Тәмле лә, матур ҙа, файҙалы ла ризыҡ табынығыҙҙың йәме булһын!

Был ризыҡты әҙерләү өсөн бер ҡабаҡ, бер картуф, бер баш һуған, бер аш ҡалағы зәйтүн йәки көнбағыш майы, 200 грамм ҡаты сыр, бер помидор, ике тырнаҡ һарымһаҡ, сама менән тоҙ, борос кәрәк.
Духовканы 200 градусҡаса йылытығыҙ. Һуған менән һарымһаҡты ваҡ ҡына итеп турағыҙ һәм майҙа ҡыҙҙырып алығыҙ. Таба төбөнә иң тәүҙә ошо массаны һалығыҙ. Ҡалған йәшелсәләрҙе түңәрәкләп ҡырҡып, сиратлап теҙегеҙ. Өҫтөнә тоҙ, борос һәм башҡа тәмләткестәр һибегеҙ. Иң аҙаҡтан сырҙы ҡырып һалығыҙ.

Өҫтөн фольга менән ябып, 30 минут бешерегеҙ. Фольганы алғандан һуң тағы 15-20 минут мейестә тотоп алһағыҙ, үҙенсәлекле ризыҡ әҙер.

Ашығыҙ тәмле булһын.

Фото: vk.com/zippychefs


Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас