Новости
11 Май 2020, 06:21

Көпә-көндөҙ талағандар

Өфөләге бер ҡатынды көпә-көндөҙ асыҡтан-асыҡ талағандар. Был хәл Баҡалы урамының 19-сы йорто янында була. Һыу алыу аппараты эргәһендә билдәһеҙ ир ҡатындың ҡулынан сумкаһын тартып алып ҡасҡан.

Был ҡыҙғаныс ваҡиға видеокүҙәтеү камераһына эләккән. Кадрҙа күренеүенсә, аппарат янында торған ҡатын янына кепкалы ир йүгереп килә һәм уның ҡулындағы сумкаһына йәбешә. Ҡатын сумкаһын ҡулынан ысҡындырмай, тартҡылашҡан ваҡытта һөжүм итеүсе йығыла, әммә сумканы барыбер ысҡындырмай. Ул кинәт тороп йүгерә, артынан зыян күреүсе һөйрәлеп бара, тик асфальтҡа ҡолаған ваҡытта сумкаһынан ҡулын бушата. Был мәлде файҙаланып, юлбаҫар ҡасып китә, тартҡылашҡан ерҙә уның кепкаһы ғына ятып ҡала. Тиҙҙән ҡатынға ярҙамға бер егет йүгереп килә һәм уларҙың икәүләп талаусы ҡасҡан яҡҡа ҡарай йүнәлгәнлеге күренә.

- Полицияға был турала ғариза яҙылған. Әлеге ваҡытта шикле әҙәмде эҙләү бара, - тип аңлатма бирәләр БР буйынса Эске эштәр министрлығынан.

Бындай хәлдең һәр кем менән булыуы ихтимал, һаҡ, уяу булайыҡ, йәмәғәт! Иң мөһиме - юғалып ҡалмай, ҡысҡырып, эргә-тирәләгеләрҙән ярҙам һорарға тартынырға ярамай.
Фото: видеонан скриншот.
Автор: Аклима Гизатуллина.
Читайте нас