Цитруслылар. Әфлисун, мандарин һәм лимондың аллергия һәм ашҡаҙан ауырыуы барлыҡҡа килтереүе бар.
Бананда магний күп, ул йөрәк-ҡан тамырҙары эшмәкәрлеге өсөн файҙалы. Шул уҡ ваҡытта кальций-магний балансын боҙорға мөмкин.
Сей йәшелсәләр. Уларҙың составында кислоталар бар һәм шуның менән ашҡаҙандың лайлалы тышлығын ярһыталар. Аш ҡайнатыу системаһы менән проблемаһы булғандарға сей ҡыяр, помидор, кәбеҫтә ашарға ярамай.
Йогурт. Иртән организмға йогурт бактериялары кәрәк түгел. Шуға ла был осраҡта уны файҙалы тип ашау дөрөҫ түгел. Ашарға ярай, әммә файҙаһы һиҙелмәйәсәк. Йогуртты иртәнге аштан һуң 2-3 сәғәт үткәс кенә ашарға була.
Бәрәңге лә иртән ашҡаҙанға ауыр ризыҡ.
Иртән һалҡынса эсемлек тә эсергә ярамай. Аның бүлмә температураһында булыуы шарт.
Баллы ризыҡтар. Йоҡонан торған ваҡытта ашҡаҙан аҫты биҙе инсулинды кәрәкле күләмдә бүлеп сығара алмай. Ашҡаҙанына эләккән баллы әйберҙәр уны сығырынан сығып эшләргә мәжбүр итә.
Бер ниндәй ризыҡ ҡапмайынса, кофе эсеү ҙә ашҡаҙан ауырыуын килтереп сығарырға мөмкин.
Ҡаҙылыҡ менән бутерброд. Ҡаҙылык составында сәләмәтлек өсөн зыянлы булған канцероген матдәләр бар. Буш ашҡаҙан шундай «химик атакаға» әҙер түгел.