Новости
11 Май 2020, 06:45

Эшегеҙҙе эштә ҡалдырып ҡайтығыҙ

Эш тураһында даими уйлана торғас, башығыҙ ҡатты, кәйефегеҙ юҡ, өйҙә лә һеҙҙе аңламайҙар, ҡайтҡас та тынғы юҡ... Эштәге проблемаларҙы йортҡа, ғаиләгә алып ҡайтмау өсөн ни эшләргә?

Эш көнө тамамланыу менән өйгә маршрутты үҙгәртегеҙ. Иғтибары­ғыҙҙы ситкә, эш ме­нән бәйләнмәгән нәмәләргә йүнәлтергә тырышығыҙ. Ҡай­тып еткәнсе, көсөргәнешле эш мәшәҡәттәрен һәм проблемаларын онотоғоҙ.

Һеҙ эштә “ҙур начальник” булһағыҙ ҙа, өйҙә ундай вази­фағыҙ юҡ, шуға күрә яҡын­дарығыҙҙан нимәлер талап итергә тырышмағыҙ, һеҙ бит уларға “бойороҡтарығыҙҙы” үтәгән өсөн хеҙмәт хаҡы түләмәйһегеҙ.

Хис-тойғоға ирек бирегеҙ. Ҡайтып етеү менән эштәге хәлдәрҙе һөйләү, эсте бушатыу өсөн 15 минут ваҡыт бүлегеҙ. Ошо мәл үтеү менән был проблемаларға нөктә ҡуйығыҙ.

Өйгә ҡайтҡас, тәүҙә ғаилә ағза­ларының хәлен һорашығыҙ. Уларҙы тыңларға өйрәнегеҙ! Шул саҡта ғына һеҙ үҙегеҙҙе борсоған мәсьәләләрҙән тағы ла мөһимерәк ғаилә проблемаларына иғтибарҙы йүнәлтерһегеҙ.

Ышанаһығыҙмы-юҡмы, уныһы һеҙҙең ҡарамаҡта. Эш тип артыҡ борсолоуҙан, сәлә­мәт­легегеҙҙе ҡаҡ­шатыуҙан кемгә файҙа? Компания һеҙҙән башҡа ла эшләүен дауам итәсәк, шуны иҫтә тотоғоҙ.

Үҙегеҙгә ваҡыты менән ял ойоштора, эш-мәшәҡәттәрҙе ситкә ҡуйып торорға ғәҙәтлә­негеҙ. Ғаилә ағзала­рынан ир­тәрәк тороп, ҡайһы бер эш­тәрегеҙҙе теүәлләй алһағыҙ, күңелегеҙ тынысыраҡ булыр.
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне.
Читайте нас