Новости
10 Май 2020, 16:05

Бер юлы дүрт автомобиль...

Бѳгѳн Ѳфѳләге Ағиҙел күперендә бер юлы дүрт автомобиль бәрелеште. Был аварияның сәбәпсеһе булған водитель ҡаршы һыҙатҡа сыҡҡан. Ошо арҡала башҡа автомобилдәр зыян күрә.

Ваҡиғашаһиттары белдереүенсә, ҡағиҙәне йәш егет боҙған. Әле ваҡиға урынында ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре эшләй.

Аварияларҙы кәметеү маҡсатында илдә тѳрлѳ саралар күрелә: автомобиль юлдары заман шарттарына яраҡлаштырыла, ҡағиҙә боҙоусыларҙы күҙәтеү һәм хәүефһеҙ хәрәкәтте тәьмин итеү маҡсатында видеокамералар ҡуйыла. Президенттың май указдарына ярашлы, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы юлдар” милли проекты ла бойомға ашырыла. Әммә ошондай юл хәрәкәте ҡағиҙәһен тупаҫ боҙғандар булһа, беҙгә дәүләт күргән саралар ғына ярҙам итерме икән?!

Хѳрмәтле водителдәр, тәртипте үҙебеҙҙән башларға кәрәктер...

Рәмилә Мусина

Читайте нас