Новости
10 Май 2020, 16:15

Бер ай элек юғалған балыҡсы табылған

Башҡортостан ҡотҡарыусылары Еҙем йылғаһында хәбәрһеҙ юғалған балыҡсының кәүҙәһен тапҡан.

Башҡортостан кешеһе 10 апрелдә Архангел районының Карташевка ауылы янындағы Еҙем йылғаһына балыҡ тоторға юллана. Тик, үкенескә ҡаршы, балыҡ тоторға яратҡан ир эҙһеҙ юғала. Ғәйеп булған атаһын эҙләүҙе һорап ҡотҡарыусыларға уның улы мөрәжәғәт итә.

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Еҙем йылғаһында тикшереү саралары ваҡытында ҡотҡарыусылар түңкәрелгән кәмә һәм термос таба. Табылған әйберҙәр 51 йәшлек балыҡсыныҡы булып сыға.

Авария-ҡотҡарыу хеҙмәте ҡотҡарыусылары юғалған балыҡсыны эҙләргә дүрт тапҡыр сыға. Уны йылға буйында ла, йылғала ла эҙләйҙәр. Ошо көндәрҙә ҡотҡарыусылар балыҡсыны эҙләүҙе туҡтатты - ирҙең кәүҙәһен Еҙем йылғаһында табалар.

Туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, сабырлыҡ теләйбеҙ.
Фото:Gorobzor.ru
Самат Ғәлин
Читайте нас