Новости
10 Май 2020, 16:15

Бөйөк көндөң матур биҙәге булды

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү яңы шарттарҙа уҙһа ла, быйылғы байрам сараларҙың күплеге, уларҙың төрлөлөгө һәм киң ҡоласлы булыуы менән хәтерҙә уйылып ҡаласаҡ.

Өфөлә быйыл беренсе тапҡыр байрам салюты ете майҙансыҡҡа бүленде. “Мотостроитель” мәҙәниәт йорто алдындағы Ленин майҙаны, Нуғай ауылы, “Водник” стадионы, Дим биҫтәһендә, Иван Яҡутов паркында, Эшсе хәбәрселәр, Ураҡсин, Высотная урамдары киҫелешендәге майҙанда – ҡала халҡы был күренеште өйҙән сыҡмай ғына күҙәтә алды.
Фейерверктарҙан һуң йорт тәҙрәләрендә Еңеү фонарҙары тоҡанды.
Бөтә Рәсәй буйлап үткән был акция халыҡта өйҙән сыға алмаһа ла, байрам рухын, берҙәмлек хисен һаҡлау маҡсаты менән ойошторолдо.
“Еңеү көнө” йырын йырлау акцияһының да маҡсаты ошоға ауаздаш. Өфөлә, Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә тынлыҡ минутынан һуң кешеләр балконға сығып, байрамдың төп йырын башҡарҙы.
Был саралар, “Үлемһеҙ полк”тың урамдан түгел, социаль селтәрҙәрҙән ағылыуы кисәге бөйөк көндөң матур биҙәге булды, бер кемдең дә бер ҡасан да онотолмауын раҫланы.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте
Айгөл Ғәбитова
Читайте нас