Новости
8 Май 2020, 11:20

Йыр марафоны Ырымбурҙа тамамлана

Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты башланғысы менән иғлан ителгән “Беҙҙең Еңеү көнө” йыр марафоны бөгөн Ырымбурҙа тамамлана. Ә иртәгә, 9 майҙа, бөйөк байрамдың гимнына әйләнгән “Еңеү көнө” йырын бөтә Рәсәй халҡы башҡарасаҡ.

– Беҙ был проектҡа ҙур теләк һәм ҡыуаныс менән ҡушылабыҙ. Ырымбур дәүләт рус халыҡ хоры ошо йыр арҡылы Волга буйы федераль округының халҡын бөйөк байрам менән ҡотлай. Давид Тухмановтың данлыҡлы композицияһын хор менән башҡарған саҡта иҫ киткес күңел күтәренкелеге кисерәһең. Был – ябай йыр түгел. Ул шул тиклем яҡын, ҡәҙерле, уны башҡа төрлө башҡарыу мөмкин дә түгел. Уны йырлағанда күңел туған халҡыбыҙ, илебеҙ, еңеү яулаған батырҙарыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе менән тула, – ти Ырымбур дәүләт рус халыҡ хоры солисы Владимир Решетков. – Беҙҙең Ырымбурҙа шундай традиция йәшәй: әлеге йырҙың тәүге интонацияларын ишетеү менән халыҡ гөрләтеп ҡул саба һәм был алҡыштар музыка менән ҡушылып, иҫ киткес тантаналы мөхит тыуҙыра.
Ырымбурҙың данлыҡлы хор коллективы йырҙы илдә үҙизоляциялау режимы иғлан ителгәнгә тиклем яҙҙырған.
Был өлкә лә Бөйөк Ватан һуғышындағы Еңеүгә тос өлөш индерә. Ил һағына 411 мең Ырымбур яугире баҫа, уларҙың 187 меңе яу яландарында тыуған ил азатлығы өсөн һәләк була. 235 яугир Советтар Союзы Геройы, тағы ла 43-ө Дан орденының тулы кавалеры булып таныла. 65 меңдән ашыу һалдат “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана.
Һуғыш йылдарында өлкәгә 90 предприятие эвакуациялана. Ырымбур ере фронтҡа 1595 самолет оҙата. Был төбәктә 240 мең кеше үҙенә яңы йәшәү урыны таба. Дүрт йыл дауамында ҡаланың госпиталдәрендә 28095 яралы һәм ауырыу дауалана. Ырымбур далаларында ил өсөн 124 миллион бот иген үҫтерелә, 6,2 миллион бот ит һәм ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә.
Шулай итеп, 25 апрелдә старт алып, Волга буйы федераль округтарын берләштергән йыр марафоны аҙағына яҡынлаша. Уны барышын урындағы телеканалдар, радиостанциялар, матбуғат баҫмалары киң яҡтыртты, быға тиклем тәҡдим ителгән видеояҙмаларҙы социаль селтәрҙәрҙә #песнипобедыПФО #нашденьпобеды хэштегтары аҫтында табырға мөмкин.
Фото: ria56.ru
Автор: Гөлдәр Яҡшығолова.
Читайте нас