Новости
8 Май 2020, 11:15

Юҡһындырһаң, ни эшләрмен...

Шәфҡәт туташтары курсын тамамлау менән, яуға оҙаттылар уларҙы. Йәп-йәш ҡыҙҙар, кейемдәрен һалдат гимнастеркаһына алыштырып, бер нисә көнлөк паек алып, поезда фронтҡа китеп бара. Барыһы ун дүрт ҡыҙ улар. Әниә лә улар араһында. Һуғышҡа китер алдынан ауылға әсәһе янына ҡайтып килде ул. Яуға китәсәге тураһында яҡын кешеһенә аңлатыуы ауыр булды. Беренсе көнөнән үк үҙ теләге менән фронтҡа киткән атаһынан бына дүрт ай инде хат-хәбәр юҡ.

Әсәһенең берҙән-бер ҡыҙы булғанғамы икән, гел ҡурсып ҡына торҙо уны ҡәҙерлеһе. Ә бына юлға әҙерләнергә, тип ҡайтып төшкәс тә, ҡосағына алып, оҙаҡ ебәрмәй торҙо. Башта бер ни белдермәне Әниә. Үҙен тыныс тоторға тырышты. Атаһының хәлдәрен һорашты. Әсәһенең күҙҙәре йәшләнеп, башын түбән эйеүен күргәс, ҡурҡып китте:
– Әсәй, берәй хәбәр бармы әллә? – ҡыҙы һораулы ҡарашын әсәһенә төбәне.

– Юҡ, юҡ, балам! Бер хәбәр ҙә юҡ. Тик бына хаттары килмәй башланы, – тип бышылданы әсәһе.

– Хәбәр булмауы ла яҡшы хәбәр. Тимәк, иҫән-һау, ваҡыты ғына юҡтыр. Бына оҙон хат килеп төшөр әле үҙеңә, – тип йыуатты Әниә әсәһен.

Белә Рәхилә, һуғыштың ҡот осҡос афәт икәнлеген, белә. Ана, ауыл өҫтөн ҡара ҡайғы болото ҡаплаған. Һөлөк кеүек егеттәрҙән “ҡара ҡағыҙ” килә. Унда уйнап йөрөмәйҙәр бит. Көнө-төнө ут эсендә. Инсафын уйламаған көнө юҡ. Көнө генәме ни, сәғәте-минуты юҡ. Өҫтөндә йылы кейеме бармы икән, тамағы туҡмы икән, яраланманымы икән, тип төндө таңға ауыштырып сыға. Ярай әле ҡыҙы ҡайтып йөрөй, бар йыуанысы ул.

Тәҙрә аша ергә өйөрөлөп төшкән ҡар бөртөктәрен күҙәтеп, уйға батып ултырған Рәхиләне ҡыҙының тауышы һиҫкәндереп ебәрҙе:

– Әсәй, мин ике көнгә генә ҡайттым. Беҙҙе лә фронтҡа ебәрәләр, ялан госпиталендә эшләргә...

Ҡыҙының әйткән һүҙҙәрен башта аңлап та етеңкерәмәне буғай Рәхилә. Ҙур асылған күҙҙәрен ҡыҙына төбәп ҡатып ҡалды.

Тораташ кеүек оҙаҡ ултырҙы ул. Илай ҙа, ҡысҡыра ла алманы... Әллә һаҡһыҙыраҡ әйттем инде тип, Әниә әсәһен барып ҡосаҡланы. Әллә күңеле тулыуҙан, әллә бындай көтөлмә­гән хәбәрҙән, әсә кеше кинәт үкһеп илап ебәрҙе. Ҡыҙының ҡосағына һыйынып, сабый бала кеүек, оҙаҡ иланы Рәхилә. Уға ҡушылып, Әниә лә иланы. Тик шып-шым ғына, әкрен генә әсәһенең ҡул баштарынан, сәстәренән һыйпай-һыйпай иланы ул... Тынлыҡты Рәхилә боҙҙо:
– Ҡуй, ҡайғы килмәҫ борон, саҡырып ултырмайыҡ әле. Бөтәһе лә һәйбәт булыр, эйеме, ҡыҙым, – тип тороп баҫты, ашығып өйҙән сығып китте.

Әниә, уйҙарына бирелеп, ултырҙы ла ултырҙы. Һуғыштың ни ҡәҙәр ҡурҡы­ныс, аяуһыҙ икәнен белмәй ине әле ул. Бына тиҙ генә фронтҡа барып етерҙәр ҙә яралы һалдаттарға ярҙам итерҙәр. Яраларын бәйләрҙәр, ашатырҙар. Ниндәй яра, ниндәй ярҙам икәнен аныҡ ҡына күҙ алдына ла килтермәне йәш ҡыҙ. Әсәһенең үкһеп илауын айырылышыуға бәйләне. Берҙән-бере бит, етмәһә, атай ҙа һуғыш яланында. Үҙен ҡулға алды Рәхилә. Өйгә ингәндә кәйефе шәп кенә ине. Йылмайырға, ҡыҙының күңелен күтәрергә тырышты. Сәй эстеләр.

– Атайың осраһа, күп итеп сәләм әйтерһең. Оҙаҡ йөрөмәһен унда, эш күп бында, – тип шаяртҡан булды. Күңелен баҫҡан шомдо шулай уйынсалап тара­тырға тырышты.

...Бына өсөнсө көн инде ҡыҙҙар вагонда китеп бара. Тыуған яҡтар күптән артта ҡалды. Алда – билдәһеҙлек. Ҡайҙа барып төпләнерҙәр, ниндәй яҙмыш көтә уларҙы. Башта кәйефтәр шәп кенә булмаһа ла, фронтҡа яҡынайған һайын ҡыҙҙар етдиләнә барҙы. Бына шулай эскерһеҙ бала саҡ, өмөтлө йәшлектән ҡара һөрөм эсенә кереп китте был йәш йөрәктәр.

Ялан госпиталендәге беренсе көнө хәтеренә таштай һеңеп ҡалды Әниәнең. Палата тулы яралы һалдаттар. Бар яҡтан ыңғырашыу, ярҙам һорау, дарыу, ҡан еҫтәре. Ҡайҙа барырға, кемгә ярҙам­лашырға белмәй, баҙап ҡалған саҡтары ла булды.

Ярай әле ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған врач, шәфҡәт туташтары бар. Аңлаталар, ярҙам итәләр, йыуаталар. Бында килгәс кенә аңланы Әниә һуғыштың ниндәй фажиғә икәнен. Аяҡһыҙ, ҡулһыҙ, күҙһеҙ ҡалған йәп-йәш һалдаттарҙы күреп йөрәге әрнене. Яугирҙәрҙе йәлләп төндәр буйы илап сыҡҡан саҡтары ла булды. Хәҙер генә әсәһенең ниңә үкһеп илағанына төшөндө. Ҡәҙерлекәйем, мине йәлләп, ҡурсып илаған бит ул, тип йөрәге әрнене. Кемгә кәрәк икән был һуғыш? Ике яҡтан да ҡорбандар, яралылар, ғәриптәр көндән-көн арта ғына бит, ниңә тыныс ҡына йәшәмәҫкә инде, тип үҙенең эскерһеҙ күңеле менән ошо һорауҙарға яуап эҙ­ләне. Көнө-төнө яралы һалдаттар янында булыу, йәш кенә егеттәрҙең мәңгелеккә китеүен күреү, һуңғы юлға оҙатыу ғәҙәти хәлгә кереп барыуы бәғерен әрнетте.

Ул төндә, ҡаты бәрелештән һуң, яраланған биш һалдатты ауыр хәлдә килтерҙеләр госпиталгә. Фонарь яҡтыһында яраларын таҙартып бәйләп, төн буйы дежурҙа торҙо Әниә. Бер йәш һалдат бигерәк тә ауыр хәлдә ине. Туҡтауһыҙ “Сестра! Сестра!” тип янына саҡырып торҙо. Уның ҡулдары ҡаты яраланғайны. Әленән-әле һыу һорап ятты ул төн буйы.

Әниә уның иңбаштарынан һыйпап, йыуатырға тырышты. Эйәге буйлап аҡҡан һыуҙарҙы, маңлай тирҙәрен һөрттө. Таң алдынан ғына тынысланды һалдат. Арып йоҡоға талды. Бер тәү­леккә яҡын йоҡланы ул. Уяныу менән тағы ла “Сестра!” тип тауыш бирҙе.

Янына икенсе шәфҡәт туташы килгәс, ризаһыҙлыҡ белдергәндәй, күҙҙәре менән Әниәне эҙләне, уны янына саҡырҙы. Бына шулай яҡындан танышып, дуҫ­лашып китте улар. Петро исемле егет ине ул, Украинанан. Уның төпһөҙ зәңгәр күҙҙәренә, оҙон керпектәренә, бөҙрәләнеп торған сәстәренә ҡарап, Әниә һоҡла­ныуын йәшерә алманы. Уға ғашиҡ булыуын һиҙмәй ҙә ҡалды. Бушыраҡ саҡтарында янында ултырыр булды.

Бер төндә кинәт Петроның хәле ауырлашты. Бөтә тәне ут булып ҡыҙып, аңын юғалтҡан Петроны операцияға алып киттеләр. Бер ҡулын юғалтты һалдат, уңын. Мин ауылда беренсе гармунсы инем, тип илап һөйләгәнен иҫенә төшөрҙө Әниә.

Һөйгәненә нисек ярҙам итергә белмәне ул. Петро ашауҙан баш тартты, һағышлы ҡарашын стенаға бороп, көндәр буйы өнһөҙ ятыр булды. Бер көн Әниә уның янына ултырғанда үҙенең хистәрен белдерҙе. Уны бер ҡасан да ташламаясағын, уның менән ер ситенә китергә лә әҙер булыуын әйтте.

– Бына һуғыш ҡына тамамланһын, ҡәҙерлем. Беҙ шундай итеп, шундай итеп йәшәйәсәкбеҙ һинең менән. Мин һинең уң ҡулың булырмын, мәңгегә бергә булырбыҙ, – тип күҙҙәрен Петронан алмайынса, уның һау ҡулынан һыйпаны. Егеттең ҡараштары осҡонланып, балҡып китте. Тик гимнастеркаһының буш еңенә ҡарап, тештәрен шығырҙатып, стенаға боролоп ятты. Шунан кинәт тороп ултырҙы ла:

– Эх, Анечка, белһәң ине беҙҙең йырҙарҙың ниндәй моңло, бейеүҙәрҙең ниндәй дәртле икәнен! Минең үҙемдең уйнап, йырлап күрһәткем килгәйне һиңә, – тип ауыр көрһөнөп ҡуйҙы.

Көн артынан көн үтте. Еңеү көнөн госпиталдә ҡаршыланы улар. О, ул көн! Мәңге хәтеренә уйылып ҡалды Әниәнең. Шатлыҡлы көлөүҙәр, үкһеп илауҙар, тыпырҙатып бейеүҙәр, ҡосаҡлашып-үбешеүҙәр. Бөтә кешенең күңелен аңлатып бөтмәҫлек йылы тойғо, бәхет сорнап алғайны. Ул көндә Әниә беренсе тапҡыр Петро менән ҡара-ҡаршы бейене. Бер-береһенең ҡосағына инеп, оҙаҡ һөйләшеп ултырҙылар.

– Һинең мөхәббәтең ҡотҡарҙы мине үлемдән, мин мәңгегә бурыслы һинең алда, Анечка! – тип ҡайнар ирендәренән һурып үпте Петро.

Ҡайтыр ваҡыттары билдәләнгәс, улар икеләнеп тормайынса, Әниәнең тыуған яғына юлланды. Ауылда уларҙы яҡшы хәбәр көтөп торған. Әниәнең атаһы, ҡаты яраланып булһа ла, иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан. Ата-әсәһе ҡыҙына артыҡ һорау бирмәне. Петроны йылы ҡабул иттеләр. Йәштәр тырышып донъя көтөп алып китте. Атай ярҙамы менән, бәләкәй генә булһа ла, йорт һалып инделәр. Икеһе лә колхозда эшләне. Тик бына бала булмау ғына Әниәне хәүефкә һалды. Был турала Петроға әйтергә ҡыйманы. Бөтәһе лә Хоҙай ҡулында, алда оҙон ғүмерҙәре бар, булыр тип өмөт итеп, йыл артынан йыл уҙҙы.

Петроның һуңғы ваҡытта уйсанланып, күңелһеҙләнеп китеүен күреүе лә ауыр ине Әниәгә.
– Петро, йәнем, нимә борсой һине шул ҡәҙәр? Һөйлә, еңелерәк булыр үҙеңә, – тип бер кис һүҙ башланы Әниә.

– Һағынам, Анечка, тыуған яҡтарҙы һағынам. Унда мине көтөүселәр бар. Ҡайтып күреп килергә ине уларҙы, – тине Петроһы.

– Беҙҙең ауыл Днепр буйында урынлашҡан. Төштәремә кереп ыҙалата. Унда бит мине “үлгән” тип беләләр. Яу яланында мине табып алғанда “үлгән” тип билдәләгәндәр һәм, шул исемлеккә индереп, тыуған яҡҡа хәбәр иткәндәр. Госпиталдә ятҡанда, ҡулымды юғалтыуымды белгәс, унда ҡайтмаҫҡа ҡарар иткәйнем. Әйҙә, үлгән тип уйлаһындар, тип фекер йөрөттөм. Шулай еңелерәк, бер аҙ иларҙар ҙа төңөлөрҙәр, тинем. Аҙмы ни минең кеүек ғәрип-ғөрәбә?! Ҡулыма гармунды ала алмағас, бик кәмһенгәйнем. Тик үҙеңдән ҡасып булмай икән. Белһәң икән тыуған яғымды нисек күрәһем килгәнде! Төштәремдә күреп уянам да шундай әрнеү ала күңелде. Бик ҡайтҡым килә, – тип ауыр һулап ҡуйҙы Петро.

– Һуң, әйҙә, барып ҡайтайыҡ. Туғандарың, яҡындарың менән таныштырырһың мине, – тип Әниә күңелләнеп китте.
– Юҡ, юҡ! Мин үҙем генә, һин әлегә ҡалып тор, һуңынан, – тип Петро кинәт үҙгәреп китте. Иңбашына шинелен һалып, ашығып өйҙән сыҡты. Уның шулай ҡапыл үҙгәреүен бер нисек тә аңлата алманы Әниә. Төпсөнөп тә барманы. Матур итеп юлға әҙерләп, Петроһын Украинаға – тыуған яғына оҙатты.

Унан хәбәр ике-өс ай үткәс кенә килде. Иҫән-һау ҡайтып етеүе, яҡшы ҡаршы алыуҙары, иҫән ҡалыуына һөйөнөүҙәре тураһында яҙған. Барыһы өсөн дә рәхмәт белдергән. Ә кире әйләнеү хаҡында – ләм-мим. Һағыныу һүҙҙәрен йәлләмәй, тиҙерәк ҡайтып етеүен көтөүен, ҙур өмөттәр бағлауын белдереп, Әниә яуап хаты яҙҙы. Тик яуап булманы. Һағыныуына түҙә алмайынса, ҡатын Украинаға юлға йыйынды. Әсәһе ҡаршы төштө:

– Ҡуй, балаҡайым, килешмәгәнде, ир эҙләп, ер-аяғы, ер башына бараһың юҡ. Яратһа, ҡайтыр, хаты юҡ бит, бәлки, ауырып киткәндер. Петро бәғерһеҙ кеше түгел, хәбәр ебәрер әле, тыныслан, – тип һүрҙе.

Әниә тағы ла хат ебәрҙе. Уны яратыуын, өҙөлөп көтөүен, тиҙ арала ҡайтмаһа, үҙе барасағын белдерҙе. Яуап оҙаҡ көттөрмәне. Петронан икәнен белгәс, Әниә хатты күкрәгенә ҡыҫып, яланға сығып китте. Ҡуйы үлән араһына ултырып, һаҡ ҡына конвертты асты. Унан фото килеп төштө – унда Петро үҙе, йәш кенә бер ҡатын һәм уларҙың алдында дүрт-биш йәш самаһындағы ике малай ултыра ине...

Әниә бер ни аңламайынса, хатҡа үрелде: “Анечка, ҡәҙерлем! Ғәфү ит мине. Һинән ҡатыным, балаларым барлығы хаҡында йәшерҙем. Бында кире ҡайтмаҫмын, тигәйнем. Һағыштарыма түҙә алманым. Һине алданым, өмөттәреңде аҡламаным. Миңә лә был хатты яҙыуы бик ауыр. Тик һине алдап йәшәгем килмәй. Бөтәһенә лә беҙҙең яҙмышты боҙған, бутаған ҡәһәрле һуғыш ғәйепле. Мин яратам һине, Анечкам, өҙөлөп яратам, үлгәнсе яратасаҡмын! Тик балаларҙы атайһыҙ иткем килмәй.

Мин үҙем атайһыҙ үҫтем. Әгәр балаларым булһа, улар өсөн йәшәйәсәкмен, тип һүҙ биргәйнем. Бында мине көткәндәр, үлем хәбәре килгәс, өмөт өҙгәндәр. Атай-әсәйемдең нисек ҡыуаныуҙарын белһәң икән...”

Хат Әниәнең ҡулынан үлән араһына төшөп китте. Йәш ҡатын ҡапыл иҫен юғалтып ергә ауҙы. Әниә күпме ятҡанын аныҡ ҡына хәтерләмәне лә. Күк йөҙөндә йондоҙҙар емелдәшеүен, әкрен генә йылы ел иҫеүен шәйләп алды. Тик ни өсөн япа-яңғыҙы ялан уртаһында ятыуын ғына аңламаны. Атаһы менән әсәһе уны таңда ғына табып алды. Әниәне ауыл халҡы төн буйы эҙләп сыҡҡан. Иртән генә күрше Әсмә әбей: “Ҡыҙың ялан яғына китеп бара ине”, – тигәс, Рәхилә ярһып күршеһенә:
– Һуң төн буйы эҙләп сыҡтыҡ, ниңә кистән хәбәр итмәнең? – тип асыуланды. Уныһы башын баҫып, һүҙһеҙ генә сығып китте.
Әниә ҡайғыһын бик ауыр кисерҙе. Төндәрен “Петро! Петро!” тип һаташып уянды. Тамағына аш барманы. Янып торған, күҙҙәренән бәхет нурҙары һибелгән ҡатын ҡара шәүләгә әйләнде. Бер кем менән һөйләшмәҫ, өндәшмәҫ, шым ғына йөрөр булып китте. Рәхилә апай бергенәһенең йәнен дә, тәнен дә дауаларға тырышты. Атай кеше лә ҡыҙы янына ултырып, ҡосағына алып йыуатыр ине. Бөтәһен дә ваҡыт дауалай.

Аҡрынлап Әниәнең йөҙөнә лә йылмайыу ҡайтты. Колхозға эшкә сыҡты. Кеше араһында йөрөү файҙаға ғына булды. Ауыл тулы тол ҡатындар, етем балалар. Сағыштырғанда ғына бөтә нәмәгә баһа биреп була бит. Тирә-яғындағы аһ-зарҙарҙы күреп, Әниә үҙен ҡулған алды. Һуң, ул бит бәхетһеҙ түгел. Ата-әсәһе бар. Бик алыҫта булһа ла, һөйгәне, иң ҡәҙерле кешеһе йәшәй. Башта Петроға ҡарата асыу тойғоһо барлыҡҡа килһә лә, аҙаҡ Әниә аңланы һөйгәнен. Бөтә йөрәге менән төшөндө ул барыһына ла. Дөрөҫ ҡарарға килгәне өсөн хатта маҡтап ҡуйҙы. Былай ҙа етем балалар етерлек, иҫән-һау булып, ни йәне менән уларҙы ташлаһын инде тип, Петроға хат яҙырға булды.

“Петро йәнем! Ғәфү ит оҙаҡ яуап яҙмағанға. Бәлки, яуап көтмәгәнһеңдер ҙә. Балаларың, ҡатының янына ҡайтып, дөрөҫ эшләнең, мин һине аңлайым. Эйе, беҙҙең яҙмыштар буталғанға ҡәһәрле һуғыш ғәйепле. Мин дә һине мәңге онотаһым юҡ. Тик иҫән генә бул, ҡәҙерлем, тик иҫән генә бул! Хат яҙма, яуап көтмәйем. Бер генә үтенесем бар: ай тулғанда тышҡа сығып, тулған йөҙөнә ҡарап, мине иҫкә төшөр. Мин дә тулған айға ҡарармын. Иҫеңдәме, госпиталдә шулай эшләй инек. Бер-беребеҙгә һыйынып, тулған айға ҡарап, төндәр буйы ултырған саҡтар ҙа булды... Ауыр миңә һинһеҙ, бик ауыр. Юҡһындырһаң, ни эшләрмен, йәнем, юҡһындырһаң, ни эшләрмен...”

Дәүләкән районы
Автор: Гөлшат САМАТОВА.
Читайте нас