– Константин Борисович, проекттың төп идеяһы нимәгә ҡоролған, һәм һеҙҙең уҡыусығыҙ кем ул?
– Әлеге документтар йыйынтығы – Закондар һәм норматив хоҡуҡ акттары йыйынтығының 25-се томы. Һуңғы бер нисә йылда беҙ Бөйөк Ватан һуғышының сираттағы йылы документтарын даими сығара килдек, һуғыш осорондағы архив материалдарын баҫтырыуҙы Еңеүҙең 75 йыллығына тамамлау бурысын ҡуйҙыҡ. Был бурыс үтәлде. Хәҙер теләге булған һәр кем республика тормошондағы күптән билдәле тарихи ваҡиғаларға яңыса ҡараш ташлай һәм үҙенә әлегә тиклем танылмаған ҡыҙыҡлы факттарҙы аса ала. Документтарҙа Башҡортостандың ресурстарға киҫкен ҡытлыҡ шарттарында фронтҡа ярҙам күрһәтеүе, тыныс тормошҡа ҡайтыу, иҡтисадтың һәм социаль өлкәнең тергеҙелеүе, сәнәғәт һәм аграр ҡеүәттең нисек тупланыуы сағыла. Йыйынтыҡ профессиональ тарихсыларға, архивсыларға һәм политологтарға ғына түгел, ватан тарихы менән мауығыусыларҙың барыһына ла ҡыҙыҡлы буласаҡ.
– Һеҙҙеңсә, йыйынтыҡтағы ҡайһы материалдар хәҙерге тикшеренеүселәр өсөн айырыуса ҡиммәтле булыр?
– Ҡыҙыҡлы документтарҙы “Сәнәғәт, транспорт, төҙөлөш, элемтә” бүлегендә табырға мөмкин. Шуларҙың береһе – Оборона буйынса дәүләт комитетының 1945 йылдың 18 авгусындағы ҡарары. Уға ярашлы ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы Туймазы районында нефть ятҡылыҡтарын йылдам эшкәртеүҙе тәьмин итә. Һөнәри быраулаусылар һәм энергетиктар әҙерләнә. Ятҡылыҡтарҙы эшкәртеүгә 600 хәрби әсир йәлеп ителә. Шул осорҙа республикала бәләкәй ГЭС-тар сафҡа индерелә, ауылдарҙы электрлаштырыу әүҙемләшә, ә сәнәғәт предприятиеларында халыҡ ҡулланыуы тауарҙары етештереү цехтары асыла.
Йыйынтыҡта Өфө хөкүмәт элемтәһе өсөн аппаратура етештереү заводының һуғыш йылдарындағы уникаль эше тураһында һөйләгән документ бар. 1941 йылда Ленинградтан Өфөгә эвакуацияланған заводҡа 697-се номер бирелә. Ул СССР-ҙа Юғары Башкомандующий ставкаһының фронттар һәм хәрби сәнәғәт эвакуацияланған Көнсығыш райондар менән йылдам бәйләнешен аппаратура менән тәьмин иткән берҙән-бер завод була. Һуғыш осоронда ошондай ҡорамалдарҙың бер генә комплектын да сит илдән килтермәгәндәр. Беҙҙең аппаратура өс Союздаш держава етәкселәренең конференцияһында Мәскәүҙең Тегеран һәм Ялта менән бәйләнешен ойоштороу, немец ғәскәрҙәре Сталинградҡа һөжүм иткән көндәрҙә Ташкент һәм Иран аша Мәскәүҙең Баҡы, Кавказ аръяғы менән элемтәһен тәьмин итеү өсөн ҡулланылған.
Предприятие Өфөлә әле лә эшләй. Бөгөн 697-се элемтә заводы “Ростех” дәүләт корпорацияһына ингән “Магнетрон” электроника һәм телекоммуникация ҡорамалдары етештереүсе булараҡ билдәле.
– Илде туйындырыу өсөн ауыл хужалығын тергеҙергә кәрәк була. Ошо йүнәлештәге дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәрен ниндәй документтар сағылдыра?
– “Ауыл һәм урман хужалығы” бүлегендә аграр секторҙағы эҙмә-эҙлекле ойоштороу эше тураһында документтар тупланған. Йыйынтыҡта СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 4 февралдәге “Башҡорт АССР-ы колхоздарында ауыл хужалығын күтәреү буйынса саралар тураһында”ғы ҡарары килтерелә. Уға ярашлы БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты өр-яңы һигеҙ машина-трактор станцияһын ойошторорға ҡарар итә: матди-техник база булдырыла, белгестәр һәм механизаторҙар әҙерләнә.
Дәүләт һәм партия органдарының күп һанлы документтарында яҙғы баҫыу эштәренә әҙерләнеүгә һәм уны үткәреүгә, юғары сифатлы орлоҡ менән тәьмин итеүгә даими иғтибар күҙәтелә. СССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 27 мартындағы ҡарары менән дәүләт резервынан 38 мең тонна иген культураһы орлоғо ссуда итеп бирелгән, шул иҫәптән 19 мең тонна бойҙай – 1945 йылғы уңыштан ҡайтарыу шарттарында.
Документтарҙың ҙур блогы малсылыҡҡа арнала. Малдарҙың күпләп ауырыуы, үлеүе, көтөүҙе тулыландырыуҙың ҡыйынлыҡ менән барыуы ҙур борсолоу тыуҙыра. Малсылыҡтың һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн 1945 йылға республика колхоздарына тоҡомло мал: 1290 һыйыр, 500 сусҡа, 1222 һарыҡ, 375 кәзә һәм 95 йылҡы һатыу планы раҫлана. Аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеүгә бәйле ҡатмарлы хәлде иҫәпкә алып, СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы 1945 йылда колхоздарға дәүләткә ит тапшырыуҙы 1944 йылғы норманың 70 проценты, һөт буйынса 60 проценты күләмендә льготалы иҫәпләүҙе ғәмәлгә индерә.
– Һуғыш социаль проблемаларҙы ла асып һала. Һаулыҡ һаҡлау системаһын тергеҙеү нисек бара?
– Был – 1945 йылғы ваҡиғаларҙың тағы ла бер ҡыҙыҡлы сәхифәһе. Ул осорҙа йоғошло ауырыуҙар таралыу хәүефе арта, уларға ҡаршы көрәшеү йәһәтенән системалы, комплекслы саралар күрелә. Мәҫәлән, РСФСР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 2 февралендәге “Башҡорт ССР-ында сабыртмалы тифты бөтөрөү буйынса саралар тураһында”ғы ҡарарына ярашлы, республикала ошондай сирлеләр өсөн 300 койка-урын булдырыла. Башҡортостандағы дауалау учреждениеларына 80 мең метр кизе-мамыҡ туҡыма, биш тонна кер һабыны, 500 килограмм махсус һабын, сәс киҫеү өсөн 100 машинка, дезкамералар өсөн 300 термометр, ярты миллион һумлыҡ медикаменттар бүленә. Бер үк ваҡытта тапма ауырыуына ҡаршы көрәш алып барыла. 1945 йылға ошо хәүефле сиргә ҡаршы көрәш буйынса дауалау-профилактикалау саралары планы раҫлана. Воскресенск, Благовар һәм Иглин райондарында эшләгән күсмә отрядтар тапма ауырыуы пункттары итеп үҙгәртелә.
Һуғыштан һуң тәүге айҙарҙағы ҡыйынлыҡтарға ҡарамаҫтан, 1945 йылдың 1 октябренә Өфөлә яман шештән яфаланғандарға ярҙам күрһәтеү өсөн 50 койкалыҡ стационары, клиник, патология-гистология һәм биохимия лабораториялары булған республика диспансеры асыла. Онкология пункттары Бәләбәйҙә, Белоретта, Черниковкала, Ишембайҙа, Стәрлетамаҡта ойошторола.
БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 10 октябрендәге ҡарары айырым иғтибарға лайыҡ. Уның менән медицина хеҙмәте күрһәтеүҙе яҡшыртыу буйынса саралар комплексы раҫлана. 1946 йылдың 1 ғинуарына буш торған медицина участкаларын белгестәр менән тулыһынса тәьмин итеү, дауаланыуға мохтаж һуғыш инвалидтарын иҫәпкә алыуҙы тамамлау һәм Өфөлә һуғыш инвалидтарын хеҙмәтләндереү өсөн өлкә поликлиникаһын асыу планлаштырыла. БАССР Хөкүмәтенең тағы ла бер ҡарары менән бала табыу йорттарында һәм дөйөм дауаханаларҙа урындар һаны арттырыла, ҡала һәм райондарҙа 15 яңы һөт кухняһы булдырыла, улар көн һайын 3400 һөт порцияһы тарата.
– Мәғариф системаһы ла ҙур ҡыйынлыҡтар кисерә. Архивтар был турала нимә һөйләй?
– Хәл ысынлап та бик ҡатмарлы була. Мәғарифтың матди-техник базаһы етди ауырлыҡтарға тарый. Уҡытыусылар етешмәй. Педагогтарҙың күпселеге һөнәре буйынса эшләмәй. Мәҫәлән, ете йыллыҡ һәм урта мәктәптәрҙәге уҡытыусыларҙың 60 процентының, шулай уҡ башланғыс мәктәптәрҙәге уҡытыусыларҙың 30 процентының тейешле белеме булмай.
Йыйынтыҡта БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советының 1945 йылдың 5 июнендәге “Уҡытыусыларҙы ситтән тороп уҡытыу тураһында”ғы ҡарары баҫылған.
– Архив документтары йыйынтығын фашизмды ҡыйратыуҙа СССР-ҙың әһәмиәтен кәметергә маташыусылар менән бәхәстә етди дәлил тип иҫәпләргә мөмкиндер?
– Эйе, был – беҙ ҙур тырышлыҡ һалып башҡарған архив эшенең төп бурыстарының береһе. Норматив хоҡуҡ акттары – тарихтың иң ғәҙел шаһиты ул. Тарихты боҙоп күрһәткәндәрҙең ниәте аңлашыла. Советтар Союзындағы бөтә халыҡтарҙың, һәр ғаиләнең тиерлек иңенә төшкән ғәйәт ҙур юғалтыуҙар, ҡайғы-хәсрәт бөтә илдәргә лә хас тип әйтеп булмай. Улай ғына ла түгел, граждандары фашист илбаҫарҙарының ғәмәлдәрендә ниндәйҙер дәрәжәлә ҡатнашҡан дәүләттәр ҙә байтаҡ. Уларҙа хәҡиҡәттән, тарихи дөрөҫлөктән ҡурҡыуҙары, азатлыҡ килтергән батырҙарҙың һәйкәлдәрен емереүҙәре ғәжәп түгел. Бындай шарттарҙа беҙҙең өсөн, Рәсәй Федерацияһы халҡы өсөн һуғыш, Бөйөк Еңеү хаҡындағы хәҡиҡәтте яҡлау һәм һаҡлау принципиаль, конституцион характерға эйә, ул быуындар күсәгилешлелеген, гражданлыҡ нигеҙҙәрен билдәләй. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай менән ғилми берләшмәнең уртаҡ архив эше ошо изге миссияға тулыһынса тап килә. Бөйөк Ватан һуғышы, донъяның, илдең һәм уның биләмәләренең, шул иҫәптән республикабыҙҙың объектив тарихы тураһындағы дөрөҫлөктө һаҡлауға йүнәлтелгән дөйөм эшкә ошо рәүешле өлөшөбөҙҙө индерҙек.