Новости
8 Май 2020, 11:17

Грузияла – башҡорт ҡасҡыны

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы ла етте. Карантин арҡаһында тантаналы Еңеү парады кисектерелде, ләкин эш парадта ғына түгел бит – Бөйөк Еңеү, уның ниндәй ауырлыҡтар менән яуланыуы тураһындағы иҫтәлектәр, яҙмалар, фильмдар һәм әҙәби әҫәрҙәр һәр саҡ беҙҙең йөрәктәрҙә йәшәйәсәк. Уны онотмауыбыҙҙың тағы ла бер сәбәбе бар: 75 йыл ғүмер уҙһа ла, был дәһшәтле ваҡиғаның күп серҙәре һаман асылып бөтмәй әле... Түбәндәге ваҡиғалар ысын булған, исемдәр генә үҙгәртеп алынды.

Ҡайғы һорап килмәй

Еҙем буйындағы төпкөл баш­ҡорт ауылында ла бөтә илгә ябырылған афәтте илап-һыҡтап ҡабул итәләр, ир-егеттәр район хәрби комиссариатынан саҡы­рыу көтә башлай. Колхозда егәрлелеге менән генә түгел, ә шаян күңелле гармунсы, оҫта бейеүсе һәм йырсы булып та танылған, ҡыҙҙар йөрәген еңел яулаған Хөрмәтулла беренсе­ләрҙән булып фронтҡа барырға теләк белдерә. Өйләнгәненә дүрт йыл ғына уҙған, өс йәшлек кескәй малайын һәм ҡатыны Тәслимәне бер ҡыҫып ҡосаҡлап хушлаша ла район үҙәге Крас­ноусолға ашҡына. Артабанғы яҙмышы сәйер һәм башҡалар өсөн аңлайышһыҙ булыры ул саҡта үҙенең дә башына инеп сыҡмағандыр.

Ирҙәр бер-бер артлы һуғыш­ҡа оҙатыла, ҡалғандар тешен ҡыҫып колхоз эшенә егелә. Эш көсө аҙайғандан-аҙая. Ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр һәм ҡарт-ҡоро, фронттан насар хәбәр килеү ихтималлығы тураһында уйла­нырға теләмәгәндәй, иртә таңдан ярты төнгә хәтлем коллектив хужалыҡ эшендә мәшғүл була.

Насар хәбәр уға ғына ҡарап торһа икән – көндәрҙең бере­һендә почтальон Тәслимәгә ҡот осҡос телеграмма тоттороп китә: Хөрмәтулла хәбәрһеҙ юғалған. Ире кеүек, бәләкәсен ҡыҫып ҡосаҡлап бер һулҡылдап илап ала ла, күҙ йәшен һөртә-һөртә, тағы колхоз баҫыуына ашыға. Бер уға ғына килгән ҡайғы түгел бит, аҫыл егеттәрҙең алыҫ яҡтарҙағы фронтта һәләк булыуы йәки юғалыуы тураһындағы хәбәр хатта төпкөл ауылға ла көн һайын тиерлек килеп тора.

Бил яҙмай эшләп тағы бер нисә йыл үтә. Һуғыш инде Германия ерендә бара һәм бөтә халыҡ түҙемһеҙләнеп көткән Еңеү ҙә яҡынлаша. Шул саҡ Тәслимәгә тағы ҡағыҙ тотторалар: Аҡкүл станцияһында бер ҡатын улы менән уларға ки­лергә ат йәки машина һорай. Колхоз идараһынан шул ҡа­ғыҙҙы алып килгән иҫәпсе ҡыҙ аңлата: ул ҡатын, идараға телефондан шылтыратҡанда, малайын Хөрмәтулланың улы тип әйткән. Тәслимә, станцияға барып, көтөлмәгән ҡунаҡтарҙы колхоз биргән арбалы атҡа ултыртып алып ҡайта.

Көтөлмәгән ҡунаҡ

Был хәлгә Тәслимә лә, башҡа бер кем дә аптырамай, сөнки фронтта бындай ваҡытлыса “никахтар” йыш булғылаған һәм беҙ быны һуғыш тураһындағы иҫтәлектәрҙән уҡып беләбеҙ. Фронт шарттарында тыуған балаларҙы тылға оҙатырға тырышҡандар, һуғыш арҡа­һында халыҡ күпләп кәмегән заманда һәр сабый ҡәҙерле булған. Әммә эш унда ғына ла түгел: үткән быуаттың 30-40-сы йылдарында, ҡайһы бер урындарҙа һуңыраҡ та, электән килгән полигам ғаиләләр, йәғни икешәр-өсәр ҡатынлы ғаиләләр әле һаҡланып ҡалған була. Совет власы ҡыҫымға алғас, ҡайһы саҡ ире башҡа ерҙә йорт йүнәтеп, икенсе ҡатынын күсе­рергә мәжбүр була, ләкин һаман да бер ғаилә булып йәшәүен дауам итәләр – теге ҡатынға ла яңғыҙ ауырға тура киләсәк бит, етмәһә, төп нигеҙҙе лә бергәләп ҡорғандар, шуға күрә Хөрмәтул­ланың тағы бер ҡатыны бар­лыҡҡа килеүе ҡәҙимге хәл тип ҡабул ителә.

Эйе, быға берәү ҙә аптырамай, ә иң ғәжәпләндергәне икенсе нәмәлә: Татьяна исемле был ҡатын Хөрмәтулланы ике ай элек кенә күргәнен раҫлай. Өйләнешеп бер аҙ йәшәгәс тә, ире башҡа яугирҙәр менән Көнбайышҡа табан хәрәкәтте дауам итә, ауырлы Татьяна яңы азат ителгән Украинала тороп ҡала. Күпмелер ваҡыттан һуң Хөрмәтулла уның янына тағы килеп китә. Фронт шарттарында шулай йөрөп ята алғас, кем булып хеҙмәт иткәндер ул һәм ниндәй заданиелар үтәгәндер – уныһы хәҙер ҡараңғы.

Тағы бер аптыратҡаны – Татьяна Тәслимәнең улын янына саҡыра: “Хөрмәтулла улы­ның сәсендә урайы бар тигәйне”, – ти ул һәм малайҙың башын һыйпап ҡарай, ысынлап та бар икән! “Значит, ты – Рафкат?” – тип йылмая ул. Малай, эйе тигәнде белдереп, баш ҡаға.

Хөрмәтулланың иҫән икәнле­генә (һәр хәлдә ике ай элек тере булған) ауылдаштары ышаныр­ға ла, ышанмаҫҡа ла белмәй. Буталыш заман, бәлки, командование йәки почта яңылыш­ҡандыр? Тәслимәлә иренең иҫән булырына өмөт ҡабат уяна. Ире иҫән-һау ҡайтһа, хатта көндәше менән бер йортта йәшәргә лә риза. Кемдеңдер өгөтләүе буйынса ул, бер уҡытыусынан яҙҙыртып, фронтҡа хат ебәрә: Хөрмәтулла, һин иҫәнме, ниңә хат-хәбәрең юҡ?

Теге ҡатынды колхоз эшенә ҡушмайҙар, беҙҙә бит ҡунаҡҡа эш йөкмәтеү – һис килешмәгән әйбер. Аҙ-маҙ йорт мәшәҡәт­тәрендә ярҙам итә, улы менән Еҙем буйында, яҡындағы тау-урманда йөрөй, еләк тә йыйып алып ҡайтҡылай. Тик бер аҙҙан Татьяна, әллә бында уны бер ҡасан да үҙ итмәҫтәрен төшөнә, әллә Хөрмәтулланың бында ҡайтмаҫын һиҙенепме (ул иҫән булһа, әлбиттә), тыуған яғына йыйына башлай. “Һыйын­дыр­ғанығыҙ өсөн рәхмәт, хәҙер Украина ла һуғыштан һуң күп­мелер баш-күҙ алғандыр инде, йәшәп алып китергә булалыр, Хөрмәтулла минең йортто белә, ул ҡайтһа, һеҙгә лә белгертермен, ҡайтмаһа – Грузиялағы апайым янына китәм”, – ти ул хушлашҡанда. Башҡаса был ҡатынды ла, улы Булатты ла был яҡтарҙа күрмәйҙәр.

Эҙләп табаһы ине...

Ә тормош дауам итә. Тәсли­мәнең хатына Хөрмәтулла хеҙ­мәт иткән частан рәсми яуап ки­лә: ирегеҙ хәбәрһеҙ юғалды. Өмөт тамам өҙөлә. Татьянанан һис ҡасан бер ниндәй хат булмай, үҙенә яҙырҙар ине – адресы юҡ.

Ғүмер – аҡҡан һыу кеүек. Тәслимә лә, улын үҫтереп, буй еткерә. Рәфҡәт армияла Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт итеп ҡайта, күрше ауыл ҡыҙы менән сәс­тәрен-сәскә бәйләйҙәр. Үҙе бер яңғыҙы үҫкәнгәме икән, ул иш­ле ғаилә ҡорорға хыяллана. Ысынлап та, дүрт ҡыҙ һәм ике малай – йәмғеһе алты бала тәр­биә­ләп үҫтерә улар ҡатыны ме­нән. Элек ауылда йыш өмә ҡо­ралар, аҙағынан ярҙамға кил­гәндәрҙе ашарға ултырталар, йыш ҡына әсегән бал менән һый­лайҙар ине. Шундай ҡыҙ­маса булып алған мәлдәрендә Рәфҡәт, күҙҙәре йәшләнеп, балаларына бер нисә тапҡыр әйтеп тә ҡуйғылай: “Ә бит мин бер үҙем түгел, Булат тигән ҡустым да бар. Эх, эҙләп табырға ине уны... Иҫәнме икән...”

Тик ул үҙе армияла үпкәһенә һыуыҡ үткәреп ҡайтыуҙан һис тә һаулыҡҡа туймай, йыш сир­ләй. Пенсияға сығырға өс йыл ҡалды тигәндә, 1993 йылда, фани донъяны ташлап та китә. Әсәһе Тәслимә унан алты йыл ғына алдараҡ гүр эйәһе булған. “Хәбәрһеҙ юғалған” тип тер­кәлгәс, уға ире өсөн пенсия ла түләмәйҙәр.

Рәфҡәттең балалары, үҫеп етеп, төрлөһө төрлө яҡҡа таралыша – береһе Красноусолда ҡа­ла, икенсеһе – Өфөлә, ке­ме­һелер – Себерҙә. Заман башҡа – заң башҡа. Техник мөмкин­лектәр ҙә киңәйә, аралашыу фор­саты ла бермә-бер арта. Бында һүҙ шул мөмкинлектәрҙең береһе – интернеттағы “Бәйлә­нештә” социаль селтәре тура­һында барасаҡ. Рәфҡәттең Сор­ғот ҡалаһында йәшәгән ҡыҙы Лилиә шул сайт халыҡ ара­һында тарала башлаған мәл­дәрҙә үк уның менән ҡыҙыҡ­һына, класташтарын, юғары уҡыу йортонда бергә уҡыған һабаҡташтарын эҙләү, бәйләнеш урынлаштырыу менән мауыға.

Кем ул Наташа Сәғитова?

Бер саҡ ул, башҡаларҙан күр­мәксе, үҙенең ҡыҙ фамилияһы буйынса төркөм ойошторорға була: Сәғитовтар күпме икән Рәсәйҙә? Бер үк фамилия булғас, туғандар кеүек бит инде, ниндәйҙер уртаҡлыҡ бар һымаҡ хис итәһең. Лилиә интернетта шул фамилиялы кешеләрҙе эҙләй башлай, “Бәйләнештә”, “Класташтар”, “Фейсбук” һәм башҡа социаль селтәр сайттарында улар бер-бер артлы табыла. Шул саҡ ул Сәғитова Наташа тигән бер ҡатынға иғтибар итә: ул Ставрополь крайынан икән! Бына ҡыҙыҡ – ул яҡтарҙа ла Сәғитовтар бар... Бәлки, баш­ҡорттор ҙа әле... Улай тиһәң, исеме – Наташа. Шулай ҙа Ли­лиә уға яҙа: мин Башҡортос­тан­дың Ғафури районынан, фәлән ауылдан, хәҙер фәлән ҡа­лала йә­шәйем, һеҙҙең дә тамыр­ҙарығыҙ был яҡтарҙан түгелме, беҙҙә Сәғитовтар йыш осрай...

Наташаның яуабы һис көтөл­мәгәнсә була: “юҡ, мин Грузияла тыуып үҫтем, хәҙер ғаиләм менән Ставрополь крайында йәшәйбеҙ, ләкин Башҡортостан тураһында атайым йыш һөйләй торғайны – бәләкәй сағында, әсәйемә эйәреп, ул шундағы төпкөл башҡорт ауылында бер аҙ йәшәп киткән, уның исеме – Булат. Район һәм ауылының исемен хәтерләмәйем. Әммә атайымдың һеҙҙең яҡта бер туған ағаһы бар икәнен һөй­ләгән, уны күрергә хыяллан­ғанын иҫләйем”.

“Ә ниңә, улай булғас, килеп тә сыҡманы икән, атайым нисек шатланыр ине... Ул саҡта беҙ бер ил булдыҡ бит, билет хаҡтары ла арзан ине...”

Ә сираттағы яуап Лилиәне бөтөнләй шаңҡыта: “Олатайым рөхсәт итмәгән. Ул ҡыҙыу хо­лоҡ­ло, ҡаты кеше ине, бөтәһе лә унан ҡурҡып ҡына торҙо, ни ҡушһа ла, тыңлайҙар ине... Әйт­кәндәй, ул һеҙҙең яҡта, ошо ауыл­да тыуып үҫкән. Фронтҡа ла шунан киткән булырға тейеш”.

“Башҡортса исеме – Хөр­мә­тул­ла. Фамилияһы шул һеҙ­ҙең яҡтағыса – Сәғитов. Уның вафат булғанына ун биш йыллап бар­ҙыр инде. Атайым Булат былтыр ғына мәрхүм булып ҡалды”.

“Хөрмәтулла Сәғитов – минең олатайым, ләкин ул фронтта хәбәрһеҙ юғалған бит?!”
“Юҡ, ул һуғышта иҫән ҡал­ған. Аҙмы-күпме ишетеп беле­үемсә (йәш саҡта ундай тарихи хәлдәргә бик иғтибар итмәйһең бит ул), улар Украинала таныш­ҡан, аҙаҡ өләсәйем улы Булат, йәғни минең буласаҡ атайым менән, һеҙҙең яҡҡа барып ҡайт­ҡас, ни сәбәптәндер Гру­зияға килгәс, олатайым да шунда килеп тапҡан уны, хат­лашҡан­дарҙыр инде. Һәм ғүмер буйы шунда йәшәнеләр. Баш­ҡортос­тан тураһында атайым һөйлә­гәндәрҙән генә күпмелер беләм, ә олатайым ул турала иҫкә алыуҙы тыйған...”

Ни өсөн Хөрмәтулла тыуған яҡтарына кире ҡайтмаған? Ни­ңә иҫән икәнлеген белгертеп хат та яҙмаған? Быны икенсе ҡа­тыны Татьянаға ҡарата мөхәб­бәт кенә сәбәпсе тип уйларға кәрәкмәйҙер, моғайын, башҡа һылтау барҙыр? Бәлки, ул берәй енәйәт ҡылғандыр ҙа һәм шунан ҡасҡандыр? “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән рәсми хат та бер ҙә юҡтан яҙылмағандыр бит. Хәҙер беҙ быны белә алмайбыҙ инде...

... Кешелек тарихындағы иң дәһшәтле һуғыш тамамланыуға 75 йыл үтте, әммә уның асылып бөтмәгән серҙәре күптер әле...
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Читайте нас