Новости
8 Май 2020, 07:20

Атаһы һәләк булған, ҡыҙы...

Кисә Стәрлебаш районында аяныслы юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Ҡырғыҙ-Миәкә - Стәрлебаш автомобиль трассаһының 55 километрында "ЗАЗ Шанс" авмомобиленә идара иткән урында йәшәүсе ир Стәрлебаштан Арыҫлан ауылы йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, уң яҡтағы боролошта ситкә оса һәм түңкәрелә. Аварияла 47 йәшлек водитель ауыр тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул дауаханала вафат була. Шулай уҡ һәләк булыусының 19 йәшлек ҡыҙы ла зыян күрә. Ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға урынлаштырыла.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, аварияның сәбәптәрен асыҡлау маҡсатында автоинспекция хеҙмәткәрҙәре тикшереү эштәре алып бара.
Юлдарҙа һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!
Фото: ирекле сығанаҡтан.
Карима Усманова
Читайте нас