Новости
7 Май 2020, 07:30

Юрий Левитан тауышы - Совет дәүере символы

Совет халҡы Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк Совинформбюро мәғлүмәттәрен һәм Юғары Баш командующий И.В.Сталиндың бойороҡтарын уҡыған Юрий Левитандың тауышын тулҡынланып тыңлаған. Әйтерһең дә, Левитандың тауышында меңдәрсә ауаз ишетелә, һуғыш йылдарында ваҡыты менән ул баҫынҡы һәм ҡайғылы яңғыраһа, Еңеүҙең һис шикһеҙ яуланасағын белдереп, кешеләрҙә ышаныс һәм өмөт уята, башҡа бер генә диктор ҙа халыҡтың дөйөм ҡайғыһын һәм шатлығын уныңса сағылдыра алмаҫ ине.

Юрий Левитан 1914 йылдың 19 сентябрендә Владимир ҡалаһында тыуа. Атаһы тегеүсе булып эшләй, әсәһе - йорт хужабикәһе. 17 йәшендә Мәскәүгә килә һәм Радиокомитеттың стажерҙар төркөмөнә индерелә. 1931 йылдан алып ул диктофон эшендә. 1934 йылдың ғинуарында уны Сталин ишетә һәм Левитан Сталиндың яратҡан дикторына әүерелә.
Германияның СССРға һөжүм итеүе тураһында белдереү менән беренсе булып Совет Хөкүмәте рәйесе В.М.Молотов (13.00 сәғәттәр тирәһендә) сығыш яһай. 45 минуттан һуң «Һуңғы хәбәрҙәр»ҙең беренсе хәрби сығарылышы эфирға сыға, унда Левитандың: «Дошман һөжүменә емергес көс менән яуап бирәйек!», «Ҡыҙыл Армияға ярҙам итеү өсөн хеҙмәт тырышлығын ун тапҡырға арттырайыҡ», «Фашизм утын тоҡандырыусыларҙы еребеҙҙән ҡыуып сығарайыҡ», «Иғтибар! Иғтибар! Советтар Союзының барлыҡ радиостанциялары эшләй» тигән саҡырыуҙары яңғырай.
Һуғыштың тәүге йылдарында, фронттағы ауыр йылдарҙа, КПСС Үҙәк Комитеты, партия һәм большевиктарҙың һүҙе һалдаттың күңеленә үтеп инһен өсөн агитация эшен көсәйтергә ҡарар итә. Фронтта әүҙем агитаторҙар һәм пропагандистар кәрәк була. Юрий Борисович Левитан, һүҙе һәр кемдең йөрәгенә үтеп инерлек агитаторҙарҙың береһе була.
Генерал-лейтенант Ф.Л.Лисицын хәтирәләренән.
«Уға һуғыш йылдарында Еңеү тулыһынса яуланғансы Мәскәүҙән Берлинға, сәйәси бүлек начальнигы сифатында рейхстагҡа тиклем юл үтергә тура килде, был беҙҙең һалдаттарыбыҙҙың күбеһенең юлы, һәм уны беҙҙең менән бергә Юрий Левитан да үтте».
Юрий Левитандың тауышы Совет дәүере символы ғына булмай, ул Гитлерҙың дошманына әүерелә, сөнки уның тауышы уның асыуына тейә. Фюрер дикторҙың башын 200 мең маркаға баһалай. Шуға күрә СССРҙың «алтын баритоны» ышаныслы йәшерелә, ә уның барыу урыны сер итеп тотола.
Ысынлап та, диктор Левитандың ниндәй кеше булыуы тураһында береһе лә белмәй тиерлек. 1945 йылдың 9 майында ул Ҡыҙыл Майҙанға инә алмай, сөнки кешеләр майҙанды күпләп уратып ала һәм алма төшөргә лә урын ҡалмай. Уға Кремлгә йүгереп барып, ашығыс рәүештә коммендантҡа уны студияға индерергә үтенергә тура килә, унан Сталин үҙе килеп сыға. Барыһының да шатлығына күрә, фашистик Германияның тулыһынса капитуляцияһы тураһында яңылыҡты билдәле сәғәттә Левитан Юрий Борисович әйтеп ишеттерә.
Бөгөн, Левитандың Совинформбюро белдереүҙәрен тыңлап, беҙҙең һалдаттарыбыҙҙың батырлығы, шундай ҡаты алыштар аша үтеп, «һуңғы сәғәттә» уларҙың һәләк булыуы тураһында һөйләгәнен тыныс, күҙ йәштәрһеҙ тыңлау мөмкин түгел.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, СССРҙы күрә алмаған ялған сәйәсмәндәр тарихты бысратырға һәм СССРҙың фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көсө, АҠШ, Англия һәм Францияның Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы сәйәсәте тураһында халыҡты, айырыуса, йәштәрҙе төрлөсә алдарға тырыша. Улар еңеүсе һалдаттарҙың һәйкәлдәрен емерә. Беҙҙең халҡыбыҙға «вандал»дарға ҡаршы Юрий Левитандыҡы кеүек көслө, ышандырырлыҡ тауыш кәрәк.
Киң мәғлүмәт саралары материалдарынан. Фото ruspekh.ru.
Читайте нас