Новости
7 Май 2020, 07:34

Һөйгәнен яуға оҙата...

Сентябрь айының тәүге яртыһы аяҙ, йылы була – хатта йәйҙең дауамы кеүек. Денисовка ауылында киске тынлыҡта, дала яғынан бытбылдыҡ, ә яҡын-тирәләге ҡыуаҡлыҡтарҙан – һандуғас һайраған тауыштар ишетелә.

Шундай кистәрҙең береһендә 19 йәшлек колхоз агрономы Николай Прозоров (һүрәттә) һәм 17 йәшлек башланғыс кластар уҡытыусыһы Ольга уның өйө алдындағы эскәмйәлә ултыралар. Икеһенең дә кәйефе юҡ.
- Һин мине көтәсәкһеңме? – тип һорай ул ҡыҙҙың нескә яурындарынан ҡыйыуһыҙ ғына ҡосоп.
Һылыу уға шым ғына:
- Әлбиттә, - ти.
Ольга ҡулын уның ҡулына һала.
- Ярай, ҡайт инде, һиңә иртәгә юлға сығырға кәрәк.
Иртән ат ҡараусы, сатан Гриша ағай егетте ат егеп үҙе район үҙәгенә тиклем алып барырға ҡарар итә.
- Ай ярым элек һинең атайыңды алып барғайным, - тип һөйләй Гриша ағай юлда. – Уға ҡырҡ өс йәш, шуға ҡарамаҫтан, уны ла фронтҡа алдылар.
Николай хәрби комиссариаттан уҡыу часына юллана. Артиллерист булаһың тиҙәр. Бында өс ай була. Һуңынан яңы хеҙмәткә алыныусылар төркөмөн Көньяҡ-Көнбайыш фронтына йүнәлтәләр.
Дошман һөжүм итә-итә Сталинградҡа яҡынлаша. Немец группировкаһы бында тар-мар ителгәс, Прозоров Воронеж фронты составында була. Яралана. Госпиталдән һуң артиллерия тубы командиры Прозоров беренсе Украина фронтында һуғыша. Польшаға тиклем барып етә. Был ваҡытҡа Николай II һәм III дәрәжә Дан ордендары менән наградлана.
1945 йылдың февралендә Германияға килеп ингән ерҙә ҡаты алыштар бара. Бында Николайға II дәрәжә Ватан һуғышы ордены тапшыралар. Ә өс көндән дошман минаһы ҡыйыу артиллеристың ғүмерен ҡыя.
Ҡыҙыл Армиясы кенәгәһе эсендә һөйгән йәренең фотокарточкаһы ята.
Уның атаһы Сафрон Яковлевич та батырҙарса һәләк була.
Мансур ҒИЗЗӘТУЛЛИН. Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас