Новости
7 Мая 2020, 07:22

Улар ярҙамы менән яңылыҡтарҙы белеп торабыҙ

Бөгөн элемтә һәм радиотехника тармағы хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамдарын билдәләй.

Беҙҙең районда халыҡҡа барлыҡ ошо хеҙмәттәрҙе Стәрлетамаҡ район-ара техник эксплуатациялау һәм телекоммуникациялар үҙәге Стәрлебаш линия-техник цехының татыу һәм берҙәм коллективы (һүрәттә) күрһәтә. Улар ярҙамы менән хатта район үҙәгенән алыҫ ауылдарҙа ла Интернетҡа тоташыу мөмкинлеге бар, беҙ унһыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Бөгөнгө көндә күптәрҙең стационар телефоны ла эшләй. Уларҙы хеҙмәтләндереү шулай уҡ элемтәселәр бурысына инә. Бынан тыш, улар район үҙәге урамдарында автомобилдәрҙең тиҙлек режимын күҙәтеү видеофиксаторҙар ҡуялар һәм хеҙмәтләндерәләр, юғары тиҙлекле Интернет үткәреү, таксофондарҙы хеҙмәтләндереү, БДИ тапшырғанда видеоҡоролмаларҙы ҡуйыу һәм хеҙмәтләндереүҙе дауам итә, байрамдарҙа- радиотапшырыу ойоштора һ.б.
Бер һүҙ менән әйткәндә, коллективтың эше етерлек. Шуға күрә гәзит уҡыусылар исеменән уларға ныҡлы сәләмәтлек, уңыштар һәм именлек теләйбеҙ. Байрам менән!
Рәйсә МУСИНА.
А.ЗӘЙНЕТДИНОВ фотоһы.
Читайте нас