- Эйе, фронтта тыуған яҡтар йыш иҫкә төшә ине, - тине ветеран. - Өйҙәр, урмандар һәм бесәнлектәр, ауылдаштарымдың йөҙҙәре күҙ алдына килеп баҫа ине.
- Киләһе йылға ла май айы яҡынлашыу менән шул алыҫ йылдар тураһында хәтирәләр йәнә иҫкә төшә әле, - тип дауам итте ул. - Бөтә халыҡ байрамы алдынан йәшлегеңде, ауыр фронт юлдарын, блиндаж-окоптар һәм хәрби иптәштәреңде нисек иҫкә төшөрмәйһең. Нимә генә күрмәнек, кисермәнек. Үлем менән күҙгә-күҙ осраштыҡ бит.
Вахитов 1941 йылда Буҙат ауыл Советынан беренселәр иҫәбендә фронтҡа китә. Уға шул саҡта 20 йәш була. Уҡыуҙар үткәндән һуң Калинин фронтына ебәрәләр. Ошонда «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалын ала. Ржев эргәһендәге алышта яралана. Санитарҙар ҡотҡарып ҡала. Госпиталдән һуң икенсе часҡа. Өс айҙан - йәнә яралана. Йүнәлгәс Ибәтулланы Волхов фронты составында Новгородҡа ебәрәләр. Ҡаты алыштар. Уларҙың полкы өсөн Иҫке Русса һәм Ильмен күле янындағы һуғыштар айырыуса ауыр була.
Ленинград эргәһендә немецтар төркөмөн тар-мар иткәндән һуң сержант Вахитов Балтик буйын азат итеүҙә ҡатнаша. Бында ул бүлеккә командалыҡ итә.
Көнбайыш Двина. Вахитов һәм уның иптәштәре төнөн шым ғына йылға аша сығып, үҙебеҙҙекеләр килгәнсе плацдармды һайлап, уны тоторға тигән бойороҡ ала. Иртән иртүк, дошман беҙҙекеләрҙе күреп ҡала, тотош батальон икенсе ярҙа була. Ҡаты һуғыштар башлана. Ошо заданиены оҫта үтәгәне өсөн Вахитов II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.
Алда бик күп алыштар була. Һалдат Көнбайышҡа атлай. Польшаны азат иткәндә алыштарҙың береһендә Вахитовтың бүлеге башҡаларҙан айырылып тора. Ибәтулла III дәрәжә Дан орденын ала.
Одер йылғаһын сығыуҙа ҡатнаша. Бер аҙ алға барғас, бер-бер артлы ауыр алыштар башлана. Шуларҙың береһенән һуң Вахитов Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
Берлин операцияһында, шул иҫәптән Берлин урамдарындағы алыштарҙа ҡатнаша. Шул ваҡытҡа бында ике яҡлап та байтаҡ көстәр һәм техника йыйыла. Немецтарҙың был һайлап алынған частары була. Бөтә ерҙә лә - алдан әҙерләнгән ут нөктәләре. Был ҡот осҡос күренештә, һуғыш аҙағында ғына тиерлек, бихисап һалдат башын һала. Вахитов Рейхстагҡа ла етә һәм шунда үҙенең ҡултамғаһын ҡалдыра. Вахитовтың күкрәген тағы бер орден - I дәрәжә Ватан һуғышы ордены биҙәй.
Вахитов тыуған яҡтарына 1945 йылдың көҙөндә ҡайта һәм шунда уҡ колхоздың көндәлек эшенә ҡушыла.
Беҙҙең осрашыуға тиклем ун йыл ғүмере уның өсөн ныҡ ауыр була. Тормош иптәше ауырып китә. Атлай ҙа, йөрөй ҙә алмай. Үҙе уны ҡалаҡтан ашата. Барыһын да сабыр ғына үткәрә. Балалары булмай.
Ҡатынының вафатынан һуң дүрт йылдан үҙе лә гүр эйәһе була. Бәлки, көнкүреш шарттары яҡшыраҡ булған башҡа ауылға ла күсенеп китә алыр ине. Әммә райондың орденлы фронтовиктарының береһе үҙенең тыуған ауылына тоғро ҡала.