1944 йылдың октябрендә Карпатты штурмлау башлана. Ошондай көҙгө осорҙа, тауҙар иңендә болоттар ятҡан ваҡытта, һәр саҡ дымлы була. Тау итәгендәге балсыҡ ҡатыш батҡаҡлы, мүк менән ҡапланған ташлы юлда һалдатҡа һәр аҙым ауыр бирелә. Юлһыҙ ерҙәр. Һуғышырға ҡамасаулаған ҡарт имәндәр, ҙур-ҙур таштар барыһын да ҡатмарлаштыра.
Шундай бик ауыр шарттарҙа, составында Абсаттаров булған полк, шулай уҡ башҡа подразделениелар ҙа ентекләп ҡарап сығыу юлы менән генә бер аҙ алға китә ала. Һалдаттар үтә сыҙамлы һәм түҙемле булғанға күрә ҙур уңышҡа ирешә.
Польшаға Карпат аша өс тапҡыр үтәләр, бынан төрлө плацдармдарҙы өҙөп Чехословакияға һәм киренән Польшаға юлланалар. Ә артылыш аша автомобиль юлы әлеге төбәк ландшафты шарттарына ярашлы һалына. Хәрәкәт – бер яҡлы ғына. Был ғәскәрҙәр эшмәкәрлеген бик ҡатмарлаштыра.
Ноябрь айы. Немецтар Совет ғәскәрҙәре хәрәкәт иткән юлдағы тарлауыҡ өҫтөндәге аҫылмалы күперҙе шартлата. Ә был йүнәлештә башҡа юл булмай. Полк һөжүм итеүсе подразделениеларға сығыу өсөн саперҙарға мөмкинлек тәьмин итергә тигән приказ ала. Төн еткәс саперҙар күперҙән түбәнерәк ҡаршы ҡаяға арҡан һуҙа. Шуның буйлап страховка поясы бәйләгән килеш, батальон һалдаттары, улар артынан – бөтә ҡорал-ҡорамал менән подразделение сыға. Дошманға һиҙҙермәй генә икенсе яҡҡа тиҙ арала сығырға кәрәк була. Немецтар уларҙы көтмәй ҙә. Ә улар аңына килеп атака башлағанда, беҙҙең артиллерия уты кәрәкле урындарҙа торған була. Фашист өс тапҡыр төрлө яҡлап атака башлай. Әммә юғарыла торған беҙҙең подразделениеларға дошман әллә ни зыян килтерә алмай. Ҙур юғалтыуҙар кисереп, немецтар сигенә башлай.
Пулемет взводы көстәре менән батальонға ут һөжүме ойошторған өсөн Абсаттаровты Ҡыҙыл Йондоҙ орденына күрһәтәләр. Ә быға тиклем ул «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән наградлана.
1944 йылдың декабрь уртаһында Польша территорияһында тоташҡан ике ғәскәрҙе флангынан йырып сыҡҡандан һуң йәнә Краков йүнәлешенә ҡайталар. Бында сигенгән дошмандың юлын киҫергә һәм Краков группировкаһы менән тоташыу мөмкинлегенән мәхрүм итергә тигән бойороҡ ала. Немецтар уңайлы ерҙе һайлап, ошо ҡаланың тимер юл станцияһын ҡамауҙа тота. Көн дауамында беҙҙең подразделениелар бейеклекте алыр өсөн ике тапҡыр һөжүм итеп маташа, әммә уңышһыҙ була, ҙур юғалтыуҙар кисерә. Көсәйтелгән батальон көсө менән дошман тылына инеп, тимер юл станцияһын алырға ҡарар итәләр. Әммә бының өсөн 25 километрлыҡ урау юлдан үтергә кәрәк була. Бында ошо урынды яҡшы белгән юл күрһәтеүсенән ҡыҫҡа, әммә бик ауыр юл булыуын белеп ҡалалар, әгәр уның буйлап 5-6 километр үткәндә өҫтөнлөклө позиция биләргә мөмкин. Быны уңышлы эшләйҙәр. Ә немецтар был яҡлап үтергә мөмкин булыуын белмәгән икән. Күҙәткәндә ергә күмелгән, беҙҙең яҡҡа йүнәлтелгән ике танк, дүрт бронетранспортер, тимер юл составы һәм башҡа йөк күреп ҡалалар. Һалдаттарға дошман көсө өҫтөнлөклө булғанлыҡтан алыш ҡыҙыу һәм көсөргәнешле булыуын аңлаталар. Немецтарҙы, тәү сиратта, пулеметтарҙы тоҙаҡҡа эләктерергә һәм ҡамап алып, ут ҡулсаһын тоташтырырға ҡарар итәләр. Дөйөм алғанда, уйлағандарын тормошҡа ашыралар. Ә бында тағы ла ике Т-34 танкы килеп етә һәм улар эште тамамлайҙар.
Операция башында батальон командиры һәләк була. Абсаттаровҡа шунда уҡ командованиены үҙ өҫтөнә алып, алыш менән идара итергә тура килә. Был һуғышта дошман бер нисә йөҙ һалдатын юғалта, күптәрҙе әсиргә алалар. Бик күп ҡорал, кейем-һалым һәм башҡа ҡиммәтле әйберҙәр алалар.
Был операция өсөн Абсаттаровты Александр Невский ордены менән бүләкләйҙәр. Ғәлимулла Хәлиулла улы 1950 йылда ғына демобилизациялана. Стәрлебашҡа ҡайта. Ике колхозда рәйес, район партия комитетының дөйөм бүлеге мөдире, «Союзпечать» район бүлексәһе етәксеһе булып эшләй.