Новости
7 Май 2020, 07:32

Герой исеменә күрһәтелә

Айҙарәле ауылында тыуып-үҫкән билдәле яҡташыбыҙ (әле Өфө ҡалаһында йәшәй), иҡтисад фәндәре докторы, профессор, республика кимәлендәге юғары етәксе вазифалар биләгән Мөхәмәт Сәғетдинов үҙенең автобиографик характерындағы китабында миҫал итеп шундай эпизод килтерә. Һуғыштан һуңғы тәүге йылдарҙа уларҙың ауылынан ике километр алыҫлыҡта урынлашҡан күрше рус Артюховка ауылындағы ете йыллыҡ мәктәптә белем ала ул. Ҡышын мейескә көн һайын яҡмайҙар – бының файҙаһы булмай, сөнки ҡайһы бер тәҙрәләрҙең быялаһы ватылған була. Ныҡ өшөйҙәр, әлбиттә. Уҡытыусылар, дәресте аңлатып, уҡыусыларҙы өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр. Әммә бер ваҡыт ҡышҡы каникулдан һуң үҙгәрештәр була. Тәҙрәләрҙе фанера менән ҡаплап ҡағып ҡуялар. Ел өргән ерен балсыҡ менән һылайҙар. Бер аҙ ышығыраҡ була. Бындай инициативаны яңы ғына директор итеп тәғәйенләнгән Василий Семенович Бабич белдерә. Ул мәктәптә тәртип булдыра, урмандан ағас илтертеп, территорияны кәртәләүҙе ойоштора. Шул уҡ ваҡытта ауылда һуғыштан һуңғы тормошто яйға һалыуҙа йоғонто яһай.

Шул йылдарҙа Василий Семенович ярым хәрби формала: барыһы ла ҡуйы-күк төҫтәге итек, галифе, френч, фуражка кейеп йөрөй, күкрәгендә – Ҡыҙыл Байраҡ ордены.
Был награда тарихы тураһында күптәр белмәй – фронтовиктар батырлыҡтары тураһында һөйләргә яратмайҙар.
Әммә бына бер нисә йыл элек шул хәрби эпизодтар тураһында бер аҙ мәғлүмәт билдәле булды.
... Көнбайыш Украинала, Польша эргәһендә Владимир-Волынский тигән ҡала бар. Бынан егерме километр алыҫлыҡта Көнбайыш Буг йылғаһы буйында – дәүләт сиге.
1944 йылдың июлендә был ерҙәрҙә ҡаты алыштар була.
Уҡсылар взводы көтмәгәндә ситтән ҡаты һөжүм яһап, ҡаршылыҡ күрһәткән нөктәләрҙең береһенән дошманды ҡыҫырыҡлап сығарырға тигән задание ала, шул взвод составында командир ярҙамсыһы сержант Василий Бабич та була. Хәл иткес мәлдә командир яралана. Бабич командование үҙ өҫтөнә ала. Взвод оҫта маневр яһап, немецтарҙы траншеянан бәреп сығара. Дошман уңайлы һыҙыҡты ҡайтарырға теләп, ҡыйыу һалдаттар төркөмөнә ҡаршы өс тапҡыр атакаға күтәрелә, әммә уңышыҙ. Немецтар, был һыҙыҡты юғалтҡандан һуң улар ҡамауға эләгеүҙәрен аңлағандыр, күрәһең, шуға күрә башҡа ҡаршылыҡ күрһәтеү участкаларын да ҡалдырып китә. Һәм беҙҙең подразделениелар килеп өлгөрә. Оҫта һөжүм итеү һөҙөмтәһендә ике полк ҡаланы штурмлап ала.
Артабан Көнбайыш Буг йылғаһы аша сығалар. Өҫтәүенә, Бабичтың взводы дошман менән алышып, йылғаны беренсе булып аша сыға, дәүләт сиге яғында плацдарм булдырыуға булышлыҡ итә.
Бабич Советтар Союзы Геройы исеменә күрһәтелә. Был күрһәтмәгә дивизия, корпус командирҙары, 3-сө армия командующийы генерал-полковник В.Н.Гордов ҡул ҡуя. Әммә бына нисек килеп сыға. Документ һуңынан фронттың Хәрби Советында тотҡарланып ҡала күрәһең. Ә Бабичҡа Ҡыҙыл Байраҡ ордены тапшыралар.
Һуғыштан һуң Василий Семенович Мордвиновка ауылына ҡайта, тап шунан ул 1941 йылда 19 йәшендә фронтҡа китә. Һуңынан Артюховка ауылына күсенә. Мәктәп директоры, «Ключевые горы» колхозының партия ойошмаһы секретары була. Уның һуңғы йылдары Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтә.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас