Новости
7 Май 2020, 07:43

Бөтәһе лә фронт өсөн эшләй

1990 йылдың апрель айы көндәренең береһендә мин «Ашҡаҙар» колхозына гәзиткә алдағы сәсеү эштәрен үткәреү мәсьәләләре буйынса мәҡәлә әҙерләргә барҙым. Унда шулай уҡ Хөсәйен Йыһангир улы Асҡаров менән дә осраштым. Ул быға тиклем байтаҡ йылдар Аллағыуат мәктәбендә директор булып эшләне. Район гәзитенең тоғро дуҫы - уның әүҙем ауыл хәбәрсеһе булды. Ул көндө һуғыш йылдарында ауылда нисек эшләүҙәре тураһында миҫалдар килтереп оҙаҡ, ентекле һөйләштек. Әммә ике көндән миңә ашығыс рәүештә ял алырға тура килде. Эшкә сыҡҡас та мәшәҡәттәр кәмемәне. Шулай итеп мәҡәлә кисектерелә килде. Һуңынан, онотолоп, алған мәғлүмәттәр файҙаланылмый ҡалды. Хәбәрсе булып эшләгән йылдарҙа алып барған бер нисә иҫке блокнот һаҡлана миндә. Күптән түгел, шуларҙың береһен ҡарап ултырғанда, Х.Асҡаров менән әңгәмәләшкәндәге шул яҙыуҙарҙы күреп ҡалдым. Хәтерҙә барыһы ла яңырҙы. Үҙемде ғәйепле итеп тойҙом. Бәлки, байтаҡ йылдар үтһә лә, шул мәҡәләне барыбер баҫтырып сығарырға кәрәктер тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки факттар ҙа, кешеләр ҙә үҙгәрмәй бит бит.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең Аллағыуат ауылына ла ғәйәт ҙур һынауҙар кисеререгә тура килде, тип хәтерләне шул саҡта Хөсәйен Йыһангир улы. Армияға яраҡлы ир-егеттәр бер-бер артлы фронтҡа китте. Барлыҡ колхоз эштәре ҡатын-ҡыҙ, йәш ҡыҙҙар, ҡарт-ҡоро, 12-16 йәшлек үҫмерҙәрҙең иңенә төшә.
Ғәйниямал Бикташева, Шәмсикамал Мәүлетҡолова, Хәҙисә Асҡарова, Йомабика Моратовалар механизатор белгеслеген үҙләштереп, тракторҙа һәм комбайнда эшләй башлай. Әммә техника бик аҙ була, күп эште ат егеп йәки ҡул көсө менән башҡаралар. Ер һөрөү, тырматыу кеүек эштәрҙе үҫмерҙәргә ҡушалар. 12-13 йәшлек Әсхәт Ильясов, Йыһандар Ҡолһарин, Тимерхан Туҡтамышев, Авзал Бикташев, 14-15 йәшлек Рауил, Хажғәли, Минияр Мәүлетҡоловтар, Әүхәҙи, Зәйнеғәли, Тимерғәли Моратовтар һ.б. баҫыуҙа эшләй. Ялан аяҡ, киндер ыштандарын тубыҡтарына тиклем күтәреп, улар арыу-талыуҙарына ҡарамаҫтан, көн буйына эшләйҙәр. Ул саҡта бер ат һабанына норма көнөнә бер гектар була. Йәш һабансылар тырышып эшләй һәм эш күләмен 1,1-1,2 гектарға тиклем еткерә. 14-17 йәшлек ҡыҙҙар Миникамал Ишһарина, Зәкиә, Миниямал, Хәҙисә Ҡолһариналар, Мәхүп Мәүлетҡолова һәм башҡалар ҙа эштән ситтә ҡалмай. Ә кисен үҫмерҙәр бергә йыйылып, Ашҡаҙар йылғаһында аттарын һыу индерә. Аттар етешмәү сәбәпле, аллағыуаттарға Стәрлетамаҡ элеваторынан йәйәүләп орлоҡ алып ҡайтырға тура килә. 1945 йылдың яҙында баҫыуҙа һыйыр егеп эшләйҙәр. Бесән мәле етеү менән ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарына салғы ала. Ололар Шәрәфетдин менән Шәйәхмәт Асҡаровтар, Ғиләжетдин Бикташев ҡыҙҙар һәм малайҙарҙы бесән сабырға өйрәтә, салғыларын үткерләп бирә.
Ә ураҡ ваҡытында күпме ауырлыҡтар кисерергә тура килә! Игенде лобогрейка, салғы һәм ураҡ менән уралар. Үҫмерҙәр аттарҙы алмашлап йөрөтә. Көнөнә 4-5 гектар урып йыялар. Һәр урғыс машина артынан алты ҡатын көлтә бәйләп бара. Кинйәбикә Ибраһимова, Сафия Мәүлетҡолова, Сәхипъямал Тиләева, Ғәлиә Моратова, Хөсниямал Ураҡаева һәм башҡалар ал-ял белмәй эшләй. Көлтәләрҙе йыйып, кәбән ҡоялар, һуңынан комбайндар менән уны һуҡтыралар. Игенде ылауҙарға һалып Стәрлетамаҡ элеваторына алып баралар.
Фермала һауынсылар Хәнифә, Рабиға Рәжәповалар, Шәмсиямал Ҡолгилдина, Зөһрә Ишһарина һ.б. һыйыр аҙбарын тиреҫтән таҙартып, мал аҙығы ташып һәм таратып ҡына ҡалмай, һарайҙы ла үҙҙәре ремонтлай.
Аҙыҡ-түлек менән дә ҡытлыҡ була. Эшләгән колхозсыларға көнөнә 200шәр грамм он бирәләр.
Йәйен ҡайһы саҡ баҫыуға йәшелсә, күберәк ҡыяр алып киләләр. Ә уға ҡушып бер телем икмәк бирһәләр, малайҙар өсөн был ысын байрамға әүерелә. 1944 йылда ауыл халҡының бер өлөшө септик ангина менән сирләй, ә ҡайһы берҙәре хатта үлә.
Фронттан да ҡайғылы хәбәрҙәр килә: кемдер һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған, яраланған. Быларҙың барыһы ла дошманға ҡарата нәфрәт уята, тағы ла тырышып эшләргә мәжбүр итә. 1941-1944 йылдарҙа колхоз рәйесе булып эшләгән Мәфтуха Бирҙеғолова эштәрҙе ойоштороуға күп көс һала. Сөнки дәүләткә аҙыҡ-түлек тапшырыу буйынса планды үтәүҙән тыш, кешеләргә әхләҡи ярҙам итергә, уларҙың ҡайғы-хәсрәттәрен уртаҡлашырға тура килә. Ул һәр ваҡыт кешеләр араһында була, яңылыҡтар еткерә, дәртләндерә.
Нисек кенә ауыр булмаһын, халыҡ төшөнкөлөккә бирелмәй, ҡулдан килгәнсе бер-береһенә ярҙамлаша. Эшкә барғанда һәм ҡайтҡанда Ашҡаҙар йылғаһы буйында йырҙар яңғырай. Көсөргәнешле эш көнөнән арыған ҡатын-ҡыҙҙар кисен кәрәсин лампаһы яҡтыһында ҡул эштәре менән дә шөғөлләнә, хаттар яҙа. Ауыл халҡы фронтҡа йылы әйберҙәр: ойоҡбаштар, бирсәткәләр, свитерҙар ебәреүҙә әүҙем ҡатнаша. Дошманды тар-мар итеүгә үҙ өлөшөн индереү өсөн ауыл ал-ял белмәй эшләй.
Һуғыш бик күп ҡайғы килтерҙе, тигәйне Хөсәйен Йыһангир улы. Түбәнге һәм Үрге Аллағыуат ауылынан фронтҡа киткән кешеләрҙең алтмыштан ашыуы һәләк була. Хәйбулла Мәүлетҡолов өс, Кәрәм Мәүлетҡолов – ике улын һуғышта юғалта. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә аталы-уллылар һәләк була. Һалдаттарҙың ҡайһы береһе имгәнеп ҡайта. Тағы шуны өҫтәп әйтке килә. Өлкәндәр менән бер рәттән ауыр һынауҙар кисергән һуғыш осоро ҡыҙҙары һәм малайҙары һуңынан да лайыҡлы эшләүҙәрен дауам итә. Әсхәт Ильясов, мәҫәлән, яҡшы механизатор була. III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены менән бүләкләнә. Йыһандар Ҡолһарин менән Рауил Мәүлетҡоловтың портреттары шулай уҡ байтаҡ йылдар колхоздың Почет таҡтаһында эленеп тора.
Ә шул үҫмерҙәрҙең һәм ҡыҙҙарҙың балалары, ейәндәре һәм бүләләре уларҙы ғорурлыҡ менән бөйөк тыл хеҙмәтсәндәре тип әйтә. Ә 1926 йылғы Хөсәйен Йыһангир улы үҙе лә тыл хеҙмәтсәне була, Бөйөк Ватан һуғышында ла ҡатнаша. 2011 йылда үҙенең ауылында вафат була.
Фото ғаилә архивынан.
Читайте нас