Яҙмыш уны бала саҡтан уҡ ныҡлыҡҡа һынай - сабый саҡта уҡ 20-се йылдар башындағы ҡот осҡос аслыҡты кисерә. 1926 йылда ғаилә башлығы Әһлиулла ғаиләһен ауылдан 5-6 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Әпәкәй утарына күсерә. Миңлеғәлиҙең бала сағы ошонда үтә. Йәйәүләп Тәтер-Арыҫлан мәктәбенә йөрөй. Бишенсе класты тамамлай, һуңынан Тәтер-Арыҫлан МТСы ҡарамағында тракторсылар әҙерләү курстарын үтә. Һуңынан ЧТЗ тракторында эш башлай. Һуғыш башланыу тураһындағы ҡайғылы хәбәрҙе кисен эштән ҡайтҡан әсәһенән ишетә. Август айында хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы ала. «Техниканы һаҡла, сәғәт кеүек эшләһен. Мин оҙаҡламай Еңеү менән ҡайтырмын» тип әйтә тракторын бер егеткә тапшырғанда.
Ул ваҡытта Миңлеғәли был һуғыштың оҙаҡ дауам итерен белмәй әле. Хеҙмәт һалдат оҫталыҡтарын өйрәнеүҙән башлана. Яңы булдырылған Башҡорт кавалерия дивизияһына эләгә. Минометсыға уҡығандан һуң, ошо дивизия составында фронтҡа китә. 1942 йылдың июль айы башында хәрби сынығыу ала. Үҙенең беренсе алышын ул ғүмер буйына онотомай.
- Бик тиҙ эш итеп, немецтарҙан исемһеҙ бейеклекте алдыҡ. Улар беҙҙе ҡыҫырыҡлау өсөн тағы 5-6 атака яһаны, әммә беҙ уларҙы ла кире ҡаҡтыҡ. Беҙҙең расчетта өс кенә яугир ҡалды. Миналар бөттө. Ҡараңғы төшөү генә беҙҙе ҡотҡарҙы. Төнөн һиҙҙермәй генә беҙгә ярҙам килде. Иртән томан төштө. Ошонан файҙаланып, беҙ атакаға ташландыҡ, һәм, немецтар араһында паника булдырып, уларҙы алыҫҡа сигендерҙек.
Артабан дивизияны Сталинград фронтына күсерәләр. Миңлеғәли Сталинград фронтында һөжүм итеү операцияларында ҡаты алыштарҙа ҡатнаша. Өс тапҡыр башҡа яугирҙәр менән Юғары Башкомандующий И.В.Сталиндан Рәхмәт хаты ала (был документтар ауыл музейында һаҡлана). Ворошиловград ҡалаһы (әле Луганск-Украина) өсөн алышта Миңлеғәли ауыр яралана. Бер нисә ай госпиталдә ята. Артабан уны 1-се Украина фронтына ебәрәләр. Артполкта элемтәсе була. 1943 йылда Украинаны, шул иҫәптән Киевты азат итеү алыштарында ҡатнаша. Алыштар бик ҡаты була, унда Совет яугирҙәре ҙур ҡаһарманлыҡ һәм батырлыҡ күрһәтә. Ул ваҡытта Миңлеғәлиҙең күкрәген «Сталинградты обороналаған өсөн», «Киевты обороналаған өсөн», «Батырлыҡ өсөн» миҙалдары биҙәй.
Фронт илебеҙ сигенән сығып Көнсығыш Европа илдәрен фашистарҙан азат итеү башлана. Польшаны азат итеү алыштарында Шәрипов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә. Был турала Миңлеғәли Әһлиулла улы үҙе Тәтер-Арыҫлан урта мәктәбе уҡыусылары менән осрашыуҙа һөйләне.
- Был Польшала булды. Сандомир плацдармын яулап алыу өсөн Висла йылғаһы аша сығып, элемтә булдырырға кәрәк ине.
Миңлеғәли һәм уның иптәштәре тап шундай бойороҡ ала. Ә йылғаның икенсе ярында дошмандың күп кенә ут нөктәләре була. Төнөн ҙур кәмәгә 14 ҡарасҡы ултыртып, уларға шинелдәр һәм каскалар кейҙереп, уны икенсе ярға сығарырға Миңлеғәли менән Таһир Закировҡа ҡушалар. 30-40 метр ара үткәс, немецтар көслө ут аса һәм шулай итеп үҙҙәрен күрһәтә. Беҙҙең артиллерия шунда уҡ яуап уты аса һәм дошмандың ут нөктәләрен юҡ итә. Яугирҙәр икенсе ярға сыға башлай. Миңлеғәлиҙе янған кәмәнән ҡотҡарып өлгөрәләр, ә Таһир Закиров һәләк була. Икенсе ярға сыҡҡас яугирҙәр биләгән позицияларында нығына. Дошман ошо позицияларға атака артынан атака яһай, яугирҙәр ныҡ тора. Һәм шунда ярҙам да килеп етә. Ошо алышта батырлығы өсөн Миңлеғәли ағай Ҡыҙыл Йондоҙ орденына лайыҡ була.
1945 йылда ул Нейсе йылғаһы аша сыҡҡанда алышта ҡатнаша. «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Артабан Берлин өсөн һуғыша. Эйе, Миңлеғәли Берлинға тиклем барып етә!
Әммә Чехословакия территорияһында немец ғәскәрҙәренең ҙур төркөмө ҡалған була һәм май айы башында ул һуғышҡан дивизияны бында ебәрәләр. Совет ғәскәрҙәре бындағы дошманды тиҙ һәм аҙағына тиклем тар-мар итә. Еңеү көнөн Миңлеғәли Прагала ҡаршылай. «Берлинды алған өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» миҙалдары уның күкрәген биҙәй.
Әммә һалдатҡа шунда уҡ өйөнә ҡайтырға насип булмай. Украинала бандеровсылар бандаһын тар-мар итеүҙә ҡатнаша. Тәтер-Арыҫланға 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта.
Тәтер-Арыҫлан МТСында тракторсы булып эшләй. Уға биргән тракторҙа быға тиклем Ғәлиә Арыҫланова - уның буласаҡ ҡатыны эшләй! Миңлеғәли үҙенең тракторын ҡалдырып киткән егетте армияға алалар һәм ул һуғышта һәләк була.
МТСты үҙгәртеп ҡорғандан һуң Миңлеғәли ағай «Арыҫлан» колхозында механизатор булып байтаҡ йылдар лайыҡлы эшләй. «Өлгөлө хеҙмәте өсөн» миҙалы менән бүләкләнә, «Атҡаҙанған колхозсы» исеме бирелә. Ауылда уны «Берлин Миңлеғәли» тип йөрөтәләр. Ул был турала белде һәм үпкәләмәне. Сөнки Берлинға тиклем меңдәрсә километр фронт юлы үтә, уны штурмлауҙа ҡатнаша. Һәм был һалдат батырлығы бер ҡасан да онотолмаясаҡ.
Миңлеғәли ағай 1994 йылда вафат булды. Ауыл зыяратында ерләнде.