Новости
7 Май 2020, 07:41

Ғаиләнән – дүрт яугир

Стәрлебаш ауылынан Йәғәфәр Хөсәйенов (2015 йылда ҡапыл вафат булды) түбәндәгеләрҙе һөйләгәйне:- Минең атайым Миңлеғәли Хөсәйенов (һүрәттә) совет-фин һуғышында ҡатнашты, ул, билдәле булыуынса, утыҙ туғыҙынсы йылдың декабренән ҡырҡынсы йылдың февраленә тиклем барҙы. Уға демобилизацияланырға тура килмәй – Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Волхов фронты составында һуғыша. Үҙе әйтеүенсә, бихисап ҡан ҡойғос һуғыштар аша үтә. Ҡырҡ икенсе йылда ҡаты яралана. Бер аяҡ табанының яртыһы - үксәһе генә ҡала. Шул уҡ йылдың көҙөндә өйөнә ҡайта.

Башҡа кешеләрҙән дә миңә Миңлеғәли Сәләх улының ҡыйыулығы тураһында ишетергә тура килде. Имгәнгән аяғына ҡарамаҫтан, ул үҙенең автомашина водителе һөнәренә тоғро ҡалып, һуңынан байтаҡ йылдар шофер булып эшләй. Ә күңел асҡан ваҡыттарында шул тиклем дәртле, шәп бейей, әйтерһең дә, уның аяғы бөтөнләй имгәнмәгән.
Уның ҡустыһы Ғәйнетдин армияға 1940 йылда китә. Өс айҙан уны Чкалов ҡалаһына ебәрәләр (әле Ырымбур). Бында хәрби-авиация училищеһында ҡыҫҡа курстар тамамлай һәм авиамеханик була.
Яу юлы оҙайлы була уның - Мәскәү эргәһенән Австрияға тиклем. Румыния, Венгрия аша үтә. «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Будапешты алған өсөн», «Венаны алған өсөн», «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә. 1946 йылда демобилизациялана. Хаҡлы ялға сыҡҡансы хисапчы хеҙмәткәр була.
Ағалы-ҡустыларҙың өсөнсөһө - Миңләхмәт бер ваҡыт гәзит хәбәрсеһенә түбәндәгеләрҙе һөйләй:
- Ҡайтҡандан һуң да тәүге мәлдәрҙә һуғыш мине бер нисек тә ебәрмәне. Йыш ҡына төшкә инә ине. Йоҡонан тертләп уянған саҡтарым йыш булды.
18 йәшлек Миңләхмәт саҡырыу ҡағыҙын 1942 йылдың июль айы башында ала. Оло юлға атаһы уны ауыл осона тиклем оҙата бара. Ҡосаҡлап, доға ҡылып ҡала. Өсөнсө улын һуғыш тартып ала.
Миңләхмәт хәрби лагерҙа ҡыҫҡа ваҡытлы әҙерлек үткәндән һуң, артиллерист сифатында шунда уҡ һуғыштың иң ҡыҙыу нөктәһе - Сталинград эргәһендәге һуғышҡа инә.
Бында, Волга һәм Дон йылғалары араһында, Совет ғәскәрҙәре ауыр ҡурғаулау һуғыштары алып бара. Ысын тамуҡ. Дошман Сталинградҡа килеп етә. Бер туҡтауһыҙ бомба һәм снарядтар шартлай. Ҡала ҡара төтөн эсендә ҡала. Әммә 20 ноябрҙә беҙҙең ғәскәрҙәр контрһөжүмгә күсә, артабан немецтарҙың ғәйәт ҙур төркөмөн ҡамап ала, һәм 1943 йылдың ғинуарында ул тар-мар ителә.
Һуғыш көнбайышҡа йүнәлә.
- Беҙ ысын тамуҡта булдыҡ. Хәҙер, тыныс ваҡытта йәшәргә насип булһа, теге донъяға күскәс ожмахҡа эләгергә тейешбеҙ, - тип шаяртырға маташа орудие расчеты буйынса Миңләхмәттең иптәше Логинов.
Уға һуғыштың аҙағына тиклем йәшәргә насип булмай. Орлов йүнәлешендә һәләк була. Ә Хөсәйенов ошонда яралана.
Дауаланғандан һуң хәрби яҙмышы Миңләхмәтте бер-береһенән алыҫ урынлашҡан төрлө яҡтарға ташлай. Новгород эргәһендә һуғыша. Һуңынан, 31-се айырым тау-уҡсылар бригадаһы составында ул Поляр түңәрәге аръяғына эләгә. Гвардия сержанты Хөсәйеновтың Юғары Баш командующийҙан алған ете Рәхмәт хатының икеһе - Поляр түңәрәге аръяғында һуғышҡандағы батырлығы өсөн. Ошонан уны Балтик буйына ебәрәләр. Артабан Польша, Чехословакиялағы алыштар. Шул иҫәптән бер нисә ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша.
Еңеүҙе Чехословакияла ҡаршылай.
Ә ай ярымдан уларҙың полкын эшелонға ултырталар, ул иһә тотош илебеҙ аша Алыҫ Көнсығышҡа юл тота. Бында Миңләхмәт Япон һуғышында ҡатнаша.
1946 йылдың авгусында демобилизациялана. Әлбиттә, Стәрлебашҡа ҡайта. Ҡыҙыл Йондоҙ, III дәрәжә Дан ордендары, өс миҙал алып ҡайта, шуларҙың береһе – «Батырлыҡ өсөн» миҙалы була.
Яҡын һәм таныш йөҙҙәр. Ниндәй шатлыҡ был! Ғаиләһе, күршеләре, дуҫтары, үҙе кеүек фронттан ҡайтҡан иптәштәре менән рәхәтләнеп күрешеп, һөйләшә.
Бер нисә көндән атаһы:
- Ҡайҙа эшкә урынлашырға уйлайһың? – тип ҡыҙыҡһына.
- Миңә колхода эшләүе уңайлыраҡ булыр тип уйлайым, - тип яуап бирә Миңләхмәт.
Шулай була ла.
Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Миңләхмәт Сәләх улы ошо хужалыҡта эшләй.
- Атайым егерме алты йыл элек вафат булды, - ти уның ҡыҙы Рәйсә. – Уға етмеш йәш ине. Уның ике ағаһы ла ошо йәштә гүр эйәһе булды.
Ағалы-ҡустыларҙың дүртенсеһе - Нуретдин 1944 йылдың көҙөндә 17 йәшендә фронтҡа саҡыртыла. Запастағы уҡсылар полкының береһенә ебәрәләр. Бер нисә айҙан көнсығыш йүнәлешендә юл тоталар. Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша. Был хәрби хәрәкәттәр оҙаҡҡа һуҙылмай, Совет ғәскәрҙәре Квантун армияһын тиҙ тар-мар итә.
Нуретдин һуңынан тағы алты йыл хеҙмәт итә. Тыуған ауылына 1951 йылда әйләнеп ҡайта.
2017 йылда гүр эйәһе була.
Ағалы-ҡустылыларҙың барыһы ла ғаилә ҡора, Стәрлебашта абруйлы, хөрмәтле кеше булалар. Улар тураһында хәтер әле лә шулай йәшәй.
Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас