Ленин урамына параллель, икмәкхана эргәһендә урынлашҡан Төҙөүселәр паркы ла ғәжәйеп күркәмләнде. Бында «Йәшел Башҡортостан» республика акцияһы даирәһендә район хакимиәте, «Стәрлебаш торлаҡ-коммуналь сервис» МУП, газ хеҙмәте, «Водоканал», «Жилищник» йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре 75 шыршы ултыртты. Уларҙың һаны 1945 йылдың яҙында еңеүгә нисә йыл үткән, шул тиклем. Йәшел шыршылар, ике рәткә теҙелгән һалдаттар кеүек, урамға ла, паркка ла шунда уҡ йәм өҫтәне. Иң мөһиме, улар ерегеп китһен һәм оҙаҡ йылдар үҙҙәренең матурлығы менән һоҡландырып ултырһын.
***
М.Ғафури, Салауат һәм Пролетар урамдары киҫелешендә кәртәләнгән өсмөйөшлө майҙанға 12 пирамидаль тирәк ултыртылды. Улар Чернобыль атом электр станцияһында авария эҙемтәләрен бөтөрөүгә тәүгеләр булып киткән кешеләрҙең һанына тура килә. Участканы «Чернобыль» Башҡортостан Республикаһы ойошмаһының район бүлеге рәйесе Рәфис Мөхәмәтйәнов етәкселегендә чернобылселәр - Тәлғәт Рәхимҡолов, Александр Малофеев, йәмәғәтсе Закир Дәминов, Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Ғәлиев йәшелләндерҙе. Ә йәштәр эштәре комитеты, «Болғар» учреждениеһы хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Шишкова, Гөлнара Дауытова, Эльвира Абдуллина ихатаны ағартып, роза сәскәләре ултыртты.