Һандарға килгәндә, һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Ирина Кононова хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала коронавирус инфекцияһы менән сирләгән 1136 кеше теркәлгән (бер тәүлектә 34 кеше өҫтәлгән). Республика стационарҙарында 446 кеше ята, 417 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана. Һауығып сыҡҡандарҙың дөйөм һаны – 259. Уларҙың барыһы ла үҙен яҡшы тоя. Вафат булғандарҙың һаны үҙгәрешһеҙ ҡала (14).
Пневмония диагнозы менән бер тәүлектә дауаханаларға 30 кеше оҙатылған. Уларҙың барыһы ла коронавирусҡа тикшерелгән. Ирина Кононова әйтеүенсә, бөтә пневмония менән сирләгән пациенттарҙа ла яңы вирус асыҡланмай.
Республика Гигиена һәм эпидемиология үҙәгенең баш табибы Анна Казак әйтеүенсә, Башҡортостанда коронавирусҡа 86898 тикшереү үткәрелгән (тәүлегенә биш меңдән ашыу)
Рәсәйҙә иһә 155 370 сир осрағы теркәлгән. 19 865 кеше һауыҡҡан, 1451 кеше вафат булған.
Республика онкология диспансерында, Бәләбәй, Ҡырмыҫҡалы район дауаханаларында, Стәрлетамаҡтағы 2-се ҡала, Салауат ҡалаһындағы дауаханаларҙа карантин саралары дауам итә. Бөгөндән ошо уҡ саралар Үрге Йәркәйҙәге 2-се дауаханала индерелгән.
Ирина Кононова белдереүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әле беҙ яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләүҙең иң юғары нөктәһенә етмәгәнбеҙ әле – пациенттар арта ғына бара. Был хәл артабан да күҙәтеләсәк, сөнки кешеләр үҙ аллы ҡурсаланыу режимын йыш боҙа, сирлеләр менән аралаша.