Новости
6 Май 2020, 11:55

Тағы 179 вахтасы ҡайтты

Бөгөн “Өфө” аэропортында Яҡут Республикаһынан килгән тағы ике самолетты ҡаршы алдылар.

“Якутия” авиакомпанияһының SYL 9226 һәм SYL 9224 рейстары беҙҙең яҡташтарыбыҙҙы – сираттағы вахтасылар төркөмдәрен алып ҡайтты. Шулай итеп, Чаянда ятҡылығынан 6 майҙа 179 кеше тыуған яғына оҙатылған.
Самолеттар ергә төшөү менән вахтасыларға “Роспотребнадзор” идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан термометрия үткәрелгән, унан барлыҡ пассажирҙар, терминалға үтмәйенсә, махсус әҙерләнгән автобустарҙа обсерваторҙарға оҙатылған.
Рейстарҙы хеҙмәтләндергәндә “Өфө” аэропортында коронавирус инфекцияһы таралмаһын өсөн барлыҡ санитария-эпидемиологик саралар күрелгән. Хеҙмәткәрҙәр шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Пассажирҙарҙың багаждары, самолет борттары Республика дезинфекциялау үҙәге хеҙмәткәрҙәре тарафынан зарарһыҙландырылған.
Фото: Төбәк оператив штабынан.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас