Новости
6 Мая 2020, 07:35

“75 йыллыҡҡа - 75 төп ағас”

Күсей ауылы хакимиәте, урындағы башҡорттары ҡоролтайы, мәктәп коллективы Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы тәҡдим иткән “75 йыллыҡҡа - 75 төп ағас” акцияһына дәррәү ҡушылды һәм ғаиләләр араһында “Еңеү яҙы” тигән эстафета иғлан итте.

Урындағы ҡоролтай рәйесе Ҡунаҡбай Уйылданов белдереүенсә, күсейҙәр ағас ултыртыуҙа бик әүҙем, һөҙөмтәлә планлаштырылған һандың ике тапҡырға артыуы ла ихтимал. Акцияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең һуғышта һәләк булған атай-олатайҙары, туғандары иҫтәлегенә йәш үҫентеләр ултыртып ҡына ҡалмай, уларҙың фоторәсемдәрен тотоп килеп, иҫтәлеккә фотоға ла төшә. Сарала йәш быуындың ҡатнашыуы бигерәк тә әһәмиәтле, улар үҙҙәре ултыртҡан ағастарҙың олатайҙары иҫтәлегенә шаулап үҫәсәген күрәсәк, изге хәтерҙе үҙҙәренең балаларына ла еткерәсәк.
Билдәле булыуынса, Күсей ауылында Советтар Союзы Геройы Тәфтизан Миңлеғолов тыуып үҫкән. Геройҙың вариҫтары уның иҫтәлегенә арнап ҡарағай үҫентеләре ултыртҡан.
Фото: Күсей ауылы сайты.
Карима Усманова
Читайте нас