Новости
5 Май 2020, 08:21

Тыйһалар ни...

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙ-үҙеңде изоляциялау ваҡытында ҡайһы берәүҙәр закон үтәлешен һанға һуҡмай. Мәҫәлән, баш ҡаланың Киров районында, барлыҡ тыйыуҙарға ҡарамаҫтан, кальян кафеһы эшмәкәрлек алып барған. Уны хәҙер япҡандар.

Был кафеның эшләүе тураһында граждандар коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү буйынса “Берҙәм Рәсәй” партияһы ойошторған “ҡыҙыу линия”ға шылтыратҡан. Улар “ресторан” тигән ысыҡ аҫтында кальян кафеһы ойоштороуын, унда алдан яҙылып, теләһә кемдең эләгә алыуын белдергән. Менюла иһә тик кальян тартыу ҡатнашмаларын ғына тәҡдим иткәндәр.
Тикшергән ваҡытта кафе хеҙмәткәрҙәренең дә, унда килеүселәрҙең дә һаҡланыу саралары ҡулланмағаны асыҡланған. Йәмәғәтселәр полиция саҡырған, кафелағы барлыҡ кешеләрҙе изоляция режимын боҙған өсөн полиция бүлегенә алып киткәндәр.
Йәмғиәт өсөн ҡатмарлы осорҙа барлыҡ тыйыуҙарҙы боҙоп, күңел асыу сараһы ойошторған эшҡыуарҙар закон алдында яуап бирәсәк.
Фото: gorobzor.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/kh-ef-e-lek/Tiy-alar-ni-251485/
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас