Стэрлебаш шишмэлере
+21 °С
Болотло
Новости
5 Май 2020, 11:06
Табынға - ҡыҙҙырылған бауыр
Кискә ниҙәр әҙерләнегеҙ, дуҫтар? Ошондай ризыҡ рецебы тәҡдим итәбеҙ. Ашығыҙ тәмле, эштәрегеҙ уң булһын!
Тауыҡ бауыры бик тиҙ әҙерләнә. Уның өсөн ярты килограмм бауыр, ике-өс аш ҡалағы гәрсис, ике аш ҡалағы аҡ май, ике аш ҡалағы үҫемлек майы, он, тоҙ борос кәрәк.
Тәүҙә бауырҙы йыуып, киптереп турайбыҙ. Тоҙҙо, боросто он менән бергә бутайбыҙ. Бауырҙы шул ҡатнашмала әүәләп алабыҙ. Артабан табала аҡ май менән үҫемлек майын йылытып, бауырҙы ҡыҙарғансы көслө утта ҡыҙҙырабыҙ. Шунан гәрсис өҫтәп, болғатып, тағы ла 10-15 минут ҡыҙҙырып алабыҙ.
Өҫтәлгә теләгән гарнир менән бирергә мөмкин.
Ашығыҙ тәмле булһын!
Фото:
zen.yandex.com
Автор: Рисаля Юмагулова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/matur-t-en-yaly-y/Tabin-a--i-iril-an-bauir-240767/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"