Ошо көндәрҙә Эльмира Мазова менән “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәрсеһе аралашҡан.
"Хәйерле көн. Ошо көндәрҙә генә тәфтишселәргә шылтыраттым, улар эҙләүҙе дауам итәбеҙ тине. Тик миңә һис ниндәй мәғлүмәт бирмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер яңылыҡ та юҡ. Өмөтөмдө юғалтмайым, уларҙы ошоға тиклем тапмағас, бәлки, ысынлап берәй ерҙә йәшенеп яталарҙыр", – тигән Эльмира.
Ҡатын белдереүенсә, Артемдың ата-әсәһе Татьяна менән Аркадий Мазовтар шулай уҡ өмөтөн өҙмәй, улдары менән ейәндәрен иҫән килеш күрергә ышана.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был хәл былтыр 26 октябрҙә булғайны. Ҡатыны менән талашҡандан һуң Артем Мазов ике балаһын алып сығып китә, һәм ошо көнгә тиклем уларҙың ҡайҙалығы билдәле түгел. Бар факттар уларҙың һыуға батыуына ишаралағас, водолаздар боҙ ятҡансы һыу аҫтын эҙләне һәм юғалған кешеләрҙең унда булыуын дәлилләгән бер генә мәғлүмәт тә таба алманы. Шуға күрә Мазовтарҙың яҡындары улар иҫән һәм йәшенеп яталыр тигән фекерҙә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Mazovtar-ha-inda-ya-indari-nim-tip-belder-e-251483/