Новости
5 Мая 2020, 11:03

“Бөтә електе һурҙы ут күрше...”

Ниһайәт, ҡартайған көндә уй-ниәттәребеҙ тормошҡа ашты. Ирем пенсияға сығыу менән ҡалабыҙҙан әллә ни алыҫ булмаған ауылда йорт һатып алдыҡ. Бына хәҙер рәхәтләнеп саф һауала күпме теләйбеҙ, шул саҡлы ял итәсәкбеҙ, ниндәй иркенлек, хозурлыҡ, тынлыҡ тип шатланыштыҡ. Эргәлә генә йылға, балығы ла барҙыр әле...

Ике көн тигәндә, күршебеҙ “йәлп” итеп килеп тә етте. Вәлимә беҙҙән бер нисә генә йәшкә оло булғас, бик тиҙ уртаҡ тел таптыҡ. Ауылдағы хәл-ваҡиғалар, күрш-күлән, мажаралар, изге урындар – барыһын да Вәлимә беҙгә һөйләп, еткереп торҙо. Ҡайҙа еләк, ҡайҙа бәшмәк күп - ул барыһын да белә. Үткән быуаттың етмешенсе йылдарында бында бай совхоз булған, һауын һыйырҙары ғына ете йөҙләп иҫәпләнгән. Балалары ҡалала йәшәй, ә ире һигеҙ йыл элек “насар эсемлек” арҡаһында һәләк булған. Вәлимә күрше беҙгә бик оҡшаны. Ҡалала ундай асыҡ күңелле кешене көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Иремә лә ярап алды, ҡайҙа балыҡ ҡабыуын күршенән дә яҡшы белгән кеше юҡ, сөнки ире бик әүәҫ балыҡсы булған.
Көн дә килеп хәл белешкән Вәлимәгә эҫендек, бик яҡын кешегә әүерелде. Тик бер аҙҙан уның йөҙәткес ялыуҙары,кемделер әрләүе, нимәләлер ғәйепләүе биҙҙерә башланы. Йә тауығы үлгән, йә картуфына ҡорт төшкән, ҡыҙы ҡотларға онотҡан, малайҙар ҡоймаһын емергән һәм башҡа эреле-ваҡлы бәлә-ҡазалар... Тәүҙәрәк икәүләп ултырып эй йыуатабыҙ үҙен, эй йыуатабыҙ... Ә ул “ах” та “ух” килә, тағы үҙен йәлләтә.
Аҙаҡ икебеҙ ҙә уның был ҡылығынан ялыға, арый башланыҡ. Вәлимәнең был донъяға дәғүәләре ифрат күп булып сыҡты, көн дә нимәлер табылып ҡына тора. Хәҙер инде ирем дә ул ишектә күренеү менән тиҙерәк ҡасыу яғын ҡарай. Бер нимәнән дә ҡәнәғәт булмаған ҡатынды ҡәнәғәтһеҙлек тойғоһо менән тыңлайым да арығанымды тоям. Хәлем бөтөп, карауатыма йығылам. Бәй, был убырлы ҡарсыҡ кеүек бөтә энергиямды һура бит, тигән уй төштө башҡа. Ирем дә “Вәлимә менән ун минут һөйләшһәм, хәлем бөтә, вампирҙыр ул”, ти. Бөтә електе һурҙы ут күрше...
Кәңәшләштек тә, беҙ унан һаҡланырға булдыҡ. Тәҙрә аша күршебеҙҙең килгәнен күреү менән тиҙерәк эшкә йәбешәбеҙ йәиһә магазинға юлланабыҙ. Тәүҙәрәк уңайһыҙлыҡ кисерһәк тә, хәҙер күндек, өйрәндек инде. Уның ҡарауы, баш ауыртмай, күңел тынысланды.
Фото:story-house.ru.
Автор: Дина Арсланова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/B-t-elekte-ur-i-ut-k-rshe-251640/
Читайте нас