Стэрлебаш шишмэлере
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Май 2020, 11:17
Төҫлө йомортҡалар
Һүрәттәге төҫлө йомортҡаларҙы күргәс, буяғандар, тип тә уйлар ҡайһы берҙәр. Әммә улар яңылыша.
Бындай төҫлө йомортҡа һалған тауыҡтар амераукана тоҡомонан. Уларҙы икенсе төрлө Пасха йомортҡаһы һалыусы тип тә йөрөтәләр икән.
Был ҡош-ҡорт өсөн айырым рацион талап ителмәй: башҡа тауыҡтар кеүек ашай, шулай ҙа бойҙайҙы парландырып, йәғни бер аҙ һыуҙа бүрттереп биреү күпкә файҙалы. Өҫтәүенә һөт һәм эремсекте лә яраталар. Өҫтәлдә төҫлө йомортҡалар урын алһа, ашауы ла күңелле, кәйеф тә күтәренке - шулаймы?
Фото: "Бәйләнештә".
Автор: Карима Усманова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/T-l-yomort-alar-249391/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"